Бөтә яңылыҡтар
Йыл темаһы
22 Ноябрь 2022, 16:00

Илһөйәрлек менән һуғарылған концерт

Тулыраҡ:

Илһөйәрлек менән һуғарылған концерт
Илһөйәрлек менән һуғарылған концерт

“Ҡышлауйылға урта мәктәбендә бөгөн Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары илһөйәрлек менән һуғарылған концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Артистар араһында  үҙебеҙҙең мәктәптә белем алып, бөгөн билдәле музыкант һәм йырсы булып танылған яҡташыбыҙ Нәфис Ниғәмәев булыуы икеләтә ҡыуаныслы булды.

Билеттарҙы уҡыусылар  "Пушкин картаһы" буйынса һатып алды.

Мәктәп директоры Земфира Равиль ҡыҙы  Суфиярова ижади коллективҡа йөкмәткеле, дәртле, рухлы  сығыштары өсөн  рәхмәт белдереп, Рәхмәт хаты тапшырҙы.

 Концерт барыһына ла оҡшаны”, — тип хәбәр итте мәктәп директоры урынбаҫары Наилә  Хәлфәт  ҡыҙы  Ғлимшина.

Наилә Имаева.

 

 

Илһөйәрлек менән һуғарылған концерт
Илһөйәрлек менән һуғарылған концерт
Илһөйәрлек менән һуғарылған концерт
Читайте нас: