Быйыл өсөнсөләйгә үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсының маҡсаты – һөнәри мөмкинлектәрҙе асыу, яңы йолалар булдырыу, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендә сервис һәм һөнәр абруйын күтәреү. Бәйгелә конкурсанттарҙың эшлекле һәм шәхси сифаттары төрлө яҡлап баһалана, улар төркөм менән һәм үҙ аллы аналитик бурыстарҙы хәл итә, үҙ проекттарын яҡлай.
Булат Нафиҡов “Рәсәй — мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекты булған “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсының “Биләмәләрҙе үҫтереү” йүнәлеше буйынса үҙ проектын тәҡдим итеп, финалға үтә.
Конкурс финалы 21 октябрҙән 25-енә тиклем Ставрополь крайының Минеральные воды ҡалаһында үтә.
Конкурсҡа Рәсәйҙең 85 төбәгенән һәм 29 сит дәүләттән 36 550 заявка ебәрелгән була. Мәртәбәле бәйге финалына илебеҙҙең 45 төбәгенән 114 иң яҡшы конкурсант һайлап алына.
Өс көн буйына финалсылар илебеҙ төбәктәрендә туризмды үҫтереү, алға итеү буйынса ҡатмарлы биремдәр үтәп, үҙҙәренең проекттарын яҡлай, төрлө идеялары һәм тәжрибәләре менән уртаҡлаша.
Был конкурс быйыл өсөнсөләйгә үткәрелә һәм Булат Миңлемөхәмәт улы өсөһөндә лә ҡатнашып, үҙенең проектын уңышлы яҡлап, финалға сыға һәм диплом менән бүләкләнә.
Илһөйәр Махатова.