Бөтә яңылыҡтар
Йыл темаһы
24 Октябрь 2022, 14:55

Солтанай ауылы мәсетендә Мәүлит кисәһе үтте

Ошо изге айҙа уҡылған доғалар ҡабул булып, ил-көндәребеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынған ир-егеттәребеҙ иҫән-имен тыуған өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктә таралышты мәсеткә килеүселәр.

Солтанай ауылының Сажидинур мәсетендә ауыл халҡы тырышлығы менән Мәүлит кисәһе үткәрелде. Күркәм сарала Асҡындан район мөслимәләр берлеге ағзаһы Мәсүфә Мәхмүтова, Асҡын мәсете имам-хатибы Мөслим хәҙрәт, ауыл халҡы, балалар ҡатнашты. Мөслим хәҙрәт вәғәздәр һөйләне, балаларға Пәйғәмбәребеҙ, Ҡөрьән-Кәрим, ислам дине, Мәүлит айы тураһында күп мәғлүмәт бирҙе. Салауаттар әйтеп, доғалар уҡылғас, Рәйсә Сәләхетдинова ҡорбанлыҡ итенән бешергән тәмле былауҙан, ауыл гүзәл заттары әҙерләгән мул табындан ауыҙ иттеләр.

Ошо изге айҙа уҡылған доғалар ҡабул булып, ил-көндәребеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынған ир-егеттәребеҙ иҫән-имен тыуған өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктә таралышты мәсеткә килеүселәр.

Илһөйәр Махатова.

Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.

Солтанай ауылы мәсетендә Мәүлит кисәһе үтте
Солтанай ауылы мәсетендә Мәүлит кисәһе үтте
Солтанай ауылы мәсетендә Мәүлит кисәһе үтте
Солтанай ауылы мәсетендә Мәүлит кисәһе үтте
Солтанай ауылы мәсетендә Мәүлит кисәһе үтте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: