Бөтә яңылыҡтар
Йыл темаһы
10 Сентябрь 2022, 18:05

Көҙгө муллыҡ байрамы

Бай продукция тәҡдим иткән, сауҙа урынын тематикаға ярашлы матур итеп биҙәгән һәм һатыуҙан ҙур табыш алған коллективтарға мәғариф бүлегенең Почет грамоталары тапшырылды

Көҙгө муллыҡ байрамы
Көҙгө муллыҡ байрамы

Комиссия ағзалары сауҙа рәттәре буйлап йөрөп сыҡҡандан һуң  йәрминкәлә ҡатнашыусы коллективтарҙың эшен һәм тырышлығын төрлө номинациялар буйынса билдәләне. Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы уларға муллыҡ байрамында әүҙем ҡатнашҡандары, үҙҙәренең продукцияһын оҫта итеп тәҡдим иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм район мәғариф бүлегенең Почет грамоталарын тапшырҙы.

“Йәрминкә урынының иң яҡшы дизайны” номинацияһында Асҡындың 1-се һәм Ҡышлауйылға мәктәптәре, Асҡындың 2-се балалар баҡсаһы коллективтары билдәләнде. “Йәрминкәнең иң яҡшы һатыусылары” номинацияһында — Яңы Ҡаҙансы, “Йәрминкә байлығы” номинацияһында — Асҡындың 2-се, Солтанбәк мәктәптәре, “Көҙгө фантазия” номинацияһында  — Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе,  “Сәскә симфонияһы” номинацияһында — “Күк сәскә” балалар баҡсаһы, “Сәскә композицияһы” номинацияһында — Петропавловка мәктәбе, “Иң яҡшы реклама акцияһы” номинацияһында Асҡын 1-се мәктәбе еңеүсе булды. Ә Урмияҙ ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы коллективы йәрминкәлә иң күп табыш алыусы булараҡ тәбрикләнде.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: