Сара сиктәрендә художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк -ярағы һәм ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнаша.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе - Рәмил Әлмөхәмәтов.
Ул Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан. Йылҡысылыҡ менән күптән шөғөлләнә, һунарсы ла. Конкурсҡа ул ат сбруйҙары, үҙе эшләгән һунар, тарантас, кашауай саналары алып килгән.
-Сананың табанына йүкә ағасын ҡулландым. Һунар санаһын ҡыш көнө һунарға ҡулланам, ат көткәс көндәлек хужалыҡта башҡа саналар ҡулланыла. Шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы ла үҙем эшләйем. Ейәнем Мирйән дә ярҙамлаша, - ти Рәмил Оморҙаҡ улы.
Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Кәрим Мостафин йүгәнгә биҙәүестәр һуға, шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарын заказ буйынса етештерә. Майҙанда төрлө төбәктәрҙән килгән оҫталарҙың ҡул эштәре, ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмәләре урын алған. Баһалама ағзалары конкурстанттарҙың эшен баһалап, иң-иң оҫталарҙы билдәләйәсәк.
Автор фотолары.
Автор: Кәримә Усманова.