Бөтә яңылыҡтар
Йыл темаһы
28 Июль 2022, 16:10

Яңы чемпиондар әҙерләйәсәктәр

Бөрө медицина-фармацевтика колледжында заманса уҡыу майҙансыҡтарын асыу ысын байрамға әйләнде. Рәхмәт һүҙҙәре, йылы һәм ихлас теләктәр әйтелде, йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарылды.

Яңы чемпиондар әҙерләйәсәктәр
Яңы чемпиондар әҙерләйәсәктәр

Ҡала һәм республика өсөн мөһим булған ваҡиғаға колледж, кооператив техникум студенттары һәм уҡытыусылары ойошторған бай күргәҙмә йәм өҫтәне. Улар үҙҙәре әҙерләгән үлән сәйҙәрен, һуттарҙы, кипкән үләндәр йыйылмаларын тәҡдим итте, йәшелсәләрҙе һәм еләк-емеште матурлап киҫеү сәнғәтен күрһәтте. Билдәле энтузиаст һәм эколог Ольга Волочкова бөтәһен дә иҫ киткес тәмле йәшел коктейлдәр менән һыйланы.
Байрамда Башҡортостан Республикаһы Фән һәм мәғариф министрлығының һөнәри белем биреү бүлеге начальнигы Г.М. Давыдова, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының проект эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Р.Р. Яхина, WorldSkills республика координация үҙәге директоры, директор урынбаҫары Н.В. Никитина, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Я.А. Кугубаев, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөрө үҙәк район дауаханаһының баш табибы С.И. Рәхмәтуллин, Бөрө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Я.Н. Чернышенко, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина колледждары директорҙары, ҡаланың мәғариф учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған “Дауалау эшмәкәрлеге (фельдшер)” һәм “Фармацевтика” компетенциялары буйынса оҫтаханалар “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проекты буйынса Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы гранты һәм өҫтәп финанслау тәртибендә республика бюджетынан бирелгән аҡсаларға төҙөлдө.
Роза Радик ҡыҙы Яхина колледждың инновация эшмәкәрлеген, студенттарҙың пандемия ваҡытындағы ирекмәнлек эшен юғары баһаланы һәм киләсәктә лә Рәсәйҙәге иң яҡшы уҡыу йортоноң статусы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге белемле, талантлы йәш белгестәр менән күтәрелеүен теләне.
— Һөнәри белем биреү системаһы республикала ла, илдә лә яңырыш кисерә, “Мәғариф” милли проекты шарттарында сифатлы яңы кимәлгә күтәрелә. Республика Рәсәй Федерацияһында “WorldSkills” стандарттары буйынса төҙөлгән оҫтаханалар һаны буйынса икенсе урында тора, — тип һөйләне үҙ сығышында Галина Давыдова. — Бөрө колледжында бындай майҙансыҡтар асыу — ҙур ваҡиға. Уларҙы төҙөүҙә коллективтың, етәксе Нилә Сабит ҡыҙы Белобородованың ҙур тырышлығы ята. Колледжда башҡа компетенциялар буйынса ла матди базаны яңыртырға һәм нығытырға планлаштыралар. Был башланғыста ҙур уңыштар теләйбеҙ һеҙгә.
Нилә Белобородова Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары вәкилдәрен финанс һәм ойоштороу ярҙамы күрһәткән өсөн, подрядсыларҙы йәлеп итмәй генә ҙур күләмдәге эште үҙ ҡулдары менән башҡарған хеҙмәттәштәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Тантаналы мәлдә ҡыҙыл таҫма киҫелде һәм оҫтаханаларҙың ишектәре асылып, ҡунаҡтар эскә үтте. Бындай оҫтаханалар асыу белгестәр әҙерләүҙең сифатын күтәрергә, һөнәри йүнәлеш буйынса саралар, “Дауалау эшмәкәрлеге (фельдшер)” һәм “Фармацевтика” компетенциялары буйынса күрһәтеү имтихандары үткәрергә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ уҡыу кабинеттарында семинарҙар, консультациялар, конференциялар, халыҡҡа медицина һәм фармацевтика ярҙамын ойоштороуҙың төрлө яҡтары буйынса “түңәрәк өҫтәлдәр” үткәрәсәктәр. Бирелә бөтә нәмә лә “WorldSkills” хәрәкәтенең халыҡ-ара талаптары һәм һөнәри стандарттарына ярашлы эшләнгән. Былар барыһы ла медицина колледждары уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреүгә, һөнәри йүнәлеш эше сиктәрендә мәктәптәр менән бәйләнеште нығытырға булышлыҡ итәсәк.
“Фармацевтика” майҙансығында ҡунаҡтарға яңы йыһаздарҙы күрһәтеп кенә ҡалманылар, тармаҡ үҫеше уңыштары, яңы шарттарҙа һөнәри белем алыу перспективалары тураһында һөйләнеләр һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр. Ҡунаҡтар ихластан дарыуханаға килеүселәр, дарыуҙар әҙерләү буйынса фармацевт ролендә сығыш яһаны.
Колледж директоры Нилә Белобородова билдәләүенсә, оҫтаханаларҙағы йыһаздар “WorldSkills” стандарттары буйынса колледждың матди-техник базаһын модернизацияларға, белем биреү процесын ойоштороуҙың яңы алымдарын үҙләштерергә ярҙам итәсәк.


Степан Чиглинцев фотолары.

Ольга ПЛАТОНОВА.

Источник: «Йәнтөйәк»

Яңы чемпиондар әҙерләйәсәктәр
Яңы чемпиондар әҙерләйәсәктәр
Яңы чемпиондар әҙерләйәсәктәр
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: