Рәдиф Камил улы Исланов тыумышы менән Саҡмағош районының Үрнәк ауылынан, үҙе Туймазы районының Дуҫлыҡ ҡасабаһында йәшәгән. Махсус хәрби операция башланғас, йәше 60-ҡа яҡынлашыуға ҡарамайынса, контракт төҙөп, доброволец булып алғы һыҙыҡҡа киткән.
2024 йылдың 27 ноябрендә был "Егерь" позывнойлы яҡташыбыҙ бер төркөм яугирҙәр менән "УАЗ" автомобиле арбаһында китеп барғанда уларға һөжүм иткән дошман дронын ҡулы менән бәреп төшөрә. Һуңынан пилотһыҙ осоу аппараты шартлай, автомобилде зарарлай, ике яугир йәрәхәттәр ала.
"Ҡустым яралана: һул ҡулы һына, ҡолағының барабан ярыһы ярыла, контузия ала, ҡулына туғыҙ ярсыҡ ҡаҙала, тәненә - тағы 20-нән ашыу... Ул үҙенең был ҡылығында бер батырлыҡ та күрмәй, "һәр бер һалдат шулай эшләр ине" ти, әммә мин аңлайым, әгәр дрон кузов эсенә килеп инһә, ундағы мина, граната һәм башҡа боеприпастар шартлап, барыһы ла һәләк булыр ине. Шулай уҡ автомобиль арбаһында алты һалдат, кабинала водитель һәм төркөм командиры була. Тимәк, Рәдиф үҙенең ҡыйыулығы менән хәрби иптәштәрен ҡотҡара. Беҙҙең өсөн ул - Рәсәй яугирҙәре төркөмөнә ғүмер биргән герой", - тип һөйләй уның туғаны Рәзиф Камил улы Исланов.
Артабан яралыларҙы дронға ҡаршы плащ менән ябып, эвакуация төркөмө килеп еткәнсе ҡалдыралар, төркөм үҙе заданиены үтәргә йүнәлә. "Егерь" күп ҡан юғалтыуҙан һәм контузиянан хәрәкәт итә алмай. Төнөн дошман был тирәне тиҫтәләгән тапҡыр утҡа тота, ә иртән базалағы командир менән бәйләнешкә ингәндә уларҙың урынын белеп ҡалалар, ахыры - инде яҡында ғына тағы шартлауҙар яңғырай.
Бәхеткә күрә, эвакуация төркөмө уларҙы госпиталгә алып китә ала. "Егерь" унда 30 көн дауалана, ял итә һәм тағы ла алғы һыҙыҡҡа ашыға. Уның өсөн хафаланған туғандарына: "Эшләйбеҙ!" - тип кенә яуап бирә.
Саҡмағош уҙаманы үҙенең был батырлығы өсөн 2025 йылдың 10 февралендә хөкүмәт наградаһы - "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнә.
Быйыл 25 мартта ул тағы яраланһа ла, әлеге ваҡытта йәнә үҙенең хәрби юлын дауам итә. "Беҙ, дүрт бер туғаны, уның һәм уның көрәштәштәренең иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ!" - ти Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Рәзиф Камил улы.
Фото: Ислановтарҙың ғаилә архивынан.