Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Июль , 09:20

Ул ғүмерен ярҙамға һәм кешеләрҙе яҡлауға бағышлай

Һәр кемдең тормошонда үҙ йүнәлештәре, ҡатмарлы юл менән алып барған яҡты маяҡтары бар. Роза Исламова өсөн был маяҡтар –  хеҙмәт итеү, Тыуған илгә һөйөү һәм изгелеккә ышаныу. Уның тормош юлы – намыҫ, сыҙамлыҡ һәм тоғролоҡ менән һуғарылған.

Ул ғүмерен ярҙамға һәм кешеләрҙе яҡлауға бағышлай
Ул ғүмерен ярҙамға һәм кешеләрҙе яҡлауға бағышлай

Роза Әхмәтгәрәй ҡыҙы 1961 йылдың 26 ғинуарында Свердловск өлкәһенең Полевской ҡалаһында ябай эшселәр ғаиләһендә тыуған. Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан күсеп бара атаһы унда. “Атайым – туҡай башҡорто, әсәйем – шәлешләр араһынан, – тип һөйләй Роза апай. – Ағайҙарына ике бала – Шаһиҙә апайым һәм Наил ағайым – менән ҡунаҡҡа тип барып, оҡшатып ҡалалар ҙа мин тыуғанмын”.

1978 йылда Северский ҡасабаһында һигеҙ йыллыҡ 17-се мәктәпте тамамлай һәм Свердловск өлкәһенең Ирбит медицина училищеһына уҡырға инә Роза. 1981 йылда, медицина училищеһын уңышлы тамамлап, «фельдшер» һөнәрен ала һәм шул уҡ йылда Байновская участка дауаханаһында эшләй башлай. 1981 йылдан 1984 йылға тиклем Свердловск өлкәһенең Төньяҡ медсанчасында фельдшер була.

1984 йылдан 1989 йылға тиклем Ташкент ҡалаһындағы П.Ф. Боровский исемендәге 340-сы округ хәрби госпиталендә фельдшер, рентген-лаборант вазифаларын башҡара, унда яугир-интернационалистарға ярҙам күрһәтеп, ҙур тәжрибә туплай. Ҡатмарлы операцияларҙа ҡатнашыу, яраланған яугирҙәрҙе ҡабул итеү уға һөнәри яҡтан үҫергә, нығынырға булышлыҡ итә.

1986 йылда Роза Афғанстан Демократик Республикаһына комсомол путевкаһын ала, Ҡабул госпиталендә рентген-лаборант сифатында хеҙмәт итә. 1989 – 1992 йылдарҙа Өфө тимер юл дауаханаһының рентген кабинетында эшләй, 1992 йылда Иглин үҙәк район дауаханаһына күсә.

Икенсе Чечен кампанияһы башланыу менән илдә барған ваҡиғаларҙан ситтә ҡала алмай һәм контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙыла. 1999 йылдан 2000 йылға тиклем Төньяҡ Кавказ төбәге (Чечня Республикаһы) территорияһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Көсөргәнешле хәрби шарттарҙа яугирҙәргә төрлө медицина ярҙамы, әсәйҙәрсә хәстәрлек күрһәтә, рухи терәк була. 358-се округ хәрби клиник госпиталендә рентген-лаборант булып хеҙмәт итә.

Ватанды һаҡлауҙа күрһәткән фиҙакәрлеге һәм батырлығы өсөн Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. СССР Маршалы Жуковтың, «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Почетлы ветеран», «Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәргә – 25 йыл», «Хәрби берләшмәне нығытҡаны өсөн» миҙалдарына һәм башҡа наградаларға лайыҡ була.

Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, Роза Әхмәтгәрәй ҡыҙы юлын медицинала дауам итә. Өҫтәмә белем –   психолог дипломын ала. Уның һөнәри оҫталығы юғары наградалар һәм хеҙмәттәштәренең хөрмәте менән билдәләнә.

2013 йылда ул Иглин хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзын ойоштора һәм уға үҙе етәкселек итә башлай. Уның янында үҙе кеүек яугирҙәр берләшә: Ватанды яҡлап һәләк булғандарҙы иҫкә алыу һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙы хәстәрләү менән яна улар. Саралар үткәреү, иҫтәлекле акциялар, ветерандарға ярҙам ойоштороу — былар барыһы ла уның тормошоноң бер өлөшө.

Роза Исламованың гуманитар миссияларҙа ҡатнашыуы айырым урын биләй. 2015 йылдан Донбасс халҡына ярҙам өсөн гуманитар ылау йыя, рейдтар һәм ярҙам акциялары ойоштора. Ошо йылдарҙа уның исеме ауыр хәлдә ҡалғандар өсөн изге эштәр һәм өмөт билдәһенә әүерелә.

— 2016 йылдың октябрендә беренсе тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһына юлландым. Гуманитар ярҙам йыйыу буйынса акцияны Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы үткәргәйне. Ҡасандыр башҡорт атлылары был урындарҙа һуғышҡан, ошо хаҡта иҫтәлек Луганск һәм Донецк ерҙәрендә әле лә һаҡлана. Йөктө оҙатып барырға ризалаштым, ә ҡайтҡас, ошо турала һөйләргә район гәзите редакцияһына юлландым. Мәҡәлә баҫылып сыҡты, шунда уҡ киләһе гуманитар ылау өсөн аҙыҡ-түлек йыйырға тотондом. Ылау фронт һыҙатында урынлашҡан Петровское ҡалаһы мәктәбе уҡыусылары өсөн тәғәйенләнде. Яңы йыл бүләктәрен көткән балаларҙың беҙ алып килгән шыршыға нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! – ти ул, ошо хаҡта хәтер ептәрен тағатып.

Шул барыуҙа Иглин районы халҡы 240 килограмлыҡ аҙыҡ-түлек йыйған. Ә Башҡортостандан ЛНР-ға декабрҙә бөтәһе ике тонна ризыҡ һәм һигеҙ тонна төҙөлөш материалдары юлланған.

– Районыбыҙҙа Донбасс һәм Луганск халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы даими үткәрәбеҙ, унда Башҡортостандың Иглин үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнаша, – ти Роза ханым. Күҙ алдына килтерегеҙ, ошо сибек ҡатын ауыр юлдан яуаплы йөк менән 10 тапҡыр барып әйләнә! Был үҙе батырлыҡ түгелме ни?!

COVID-19 пандемияһы уның өсөн яңы һынау була. Ковид госпиталенең "ҡыҙыл зонаһында" ул ауырыуҙарға ғүмерҙәре өсөн көрәшергә ярҙам итеүгә бар көсөн һала. Фиҙакәрлеге өсөн бирелгән Рәхмәт хаттары ошо көндәрҙе сағылдыра.

2023 йылда Роза Исламоваға «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

– Әле лә күп кенә сараларҙы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы менән берлектә үткәрәбеҙ. Беҙ, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, Украиналағы ваҡиғаларҙан ситтә ҡала алмайбыҙ, – ти ул.

Быйыл баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған парадта Роза Исламова яуҙаштары менән ҡатнаша. “Шундай ҙур сарала хәрби формала үҙемдекеләр менән бергә атлап үтеү ҙур ғорурлыҡ тойғоһо бирҙе”, – ти ул.

Роза Әхмәтгәрәй ҡыҙының улы Руслан да – хәрби хәрәкәттәр ветераны, ҡыҙы – Ләйсән, Өфө авиация техник университетын тамамлап, Илдар тигән егеткә кейәүгә сыҡҡан. Айрат һәм Айҙар исемле ейәндәр бүләк иткән улар Роза апайға.

Роза Исламованың тормош юлы  – кешеләргә, Ватанға һәм изгелек идеалдарына тоғролоҡ һәм  тырыш хеҙмәт өлгөһө. Тотонған эшенә намыҫ менән ҡарау һәм тоғролоҡ – уның төп сифаттары. Әгәр һәр беребеҙ ошо принциптарға таянһа, донъябыҙ ҙа яҡтыраҡ булыр ине

Гипштейн Анна һәм ғаилә архивы фотолары.

Автор:
Читайте нас