Урғыш мәктәбендә тантаналы шарттарҙа махсус хәрби операцияла һәләк булған Руслан Шакировҡа, Николай Лепехинға, Дмитрий Игошевҡа мемориаль таҡтаташтар асылды.
Сығыш яһаусыларҙың илһөйәрлек, Ватанды һаҡлау, хәрби антҡа һәм традицияларға тоғролоҡ хаҡындағы телмәрҙәре сарала ҡатнашыусыларҙы уйланырға мәжбүр итте.
Мемориаль таҡтаташтарҙы асыу хоҡуғы батыр егеттәрҙең әсәләренә һәм район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллинға бирелде.
Яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, таҡтаташтарға сәскәләр һалдылар.
Зөлфирә Зарипова.Караидель