Камай ауылынан ялға ҡайтҡан яугир менән беҙ мәғлүмәт үҙәгендә осраштыҡ. Әңгәмә контракт төҙөү тураһындағы һорауҙан башланды.
— Мин 2023 йылдың 13 июлендә контракт төҙөнөм, — тип һөйләй “Шеша” позывнойлы яугир. — Даян Мурзин исемендәге 31-се башҡорт полкы составына индем. Һамар өлкәһендә учебка үттем. Төҙәүсе булып хеҙмәт итәм.
— Контракт төҙөргә һеҙҙе нимә этәрҙе?
— Илһөйәрлек тойғоһо. Был минең тормошомда иң мөһиме.
— Полкта яҡташтарығыҙ бармы?
— Әлбиттә, бар. Башҡортостандың барлыҡ райондарынан да тиерлек егеттәр йыйылған. Яҡын-тирә Бөрө, Нуримандан, Мишкәнән — өсәүбеҙ: “Тихий”, “Партизан” һәм мин. Хәҙер бер-беребеҙгә күнегеп бөткәнбеҙ. Полк даими тулыланып тора, йәш егеттәр килә, улар менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ, булышабыҙ.
— Беренсе атыш ҡайҙа булды?
— Луганск өлкәһендә Кременной эргәһендә булды. Былтыр унда бик ҡыҙыу ине. Атыштар бер туҡтауһыҙ барҙы, дошман беҙҙән 200 метр йыраҡлыҡта ғына ине. Серебрянский урмансылығындағы алышта контузия алдым.
— Һеҙҙе госпиталгә оҙаттылармы?
— Юҡ, мин риза булманым, позицияла алыш бөткәнсе торҙом.
— Һеҙ фронттағы әлеге хәлде нисек баһалайһығыҙ?
— Ундағы хәл беҙҙең файҙаға күпкә яҡшырҙы, тип әйтә алам. Дошманды ныҡ ҡыҙҙырабыҙ. Артиллерия, минометтар, авиация ныҡ эшләй. Дошмандың көсө кәмене.
— Яугирҙарҙың кәйефе нисек?
— Хәрбиҙәрсә, әлбиттә. Беҙ илебеҙҙең имен киләсәге өсөн көрәшкәнебеҙҙе, еңеүҙең беҙҙең яҡта булыуын беләбеҙ.
— Яуҙағы көнкүреш шарттары, тәьмин итеү тураһында нимә әйтерһегеҙ?
— Блиндаждарҙа йәшәйбеҙ, унда яугирҙарға шарттар яҡшы. 10 көн алғы һыҙыҡта, унан ике-өс көн ял итәбеҙ, телевизор бар, мунсала йыуынабыҙ, ашарға ашнаҡсы бешерә. Кейем менән тулыһынса тәьмин итәләр, хәрби комплекттар етә. Берҙән-бер етмәгән нимә — пилотһыҙ оса торған аппараттар. Хәҙерге заман һуғышында ул иң кәрәкле хәрби элемент.
— Һеҙҙе өйҙә кем көтә?
— Атай-әсәйем һәм туғандарым, улар минең өсөн янып-көйөп тора. Элемтәгә йышыраҡ сығырға тырышам.
— Һеҙ йылдан артыҡ фронтта, наградаларығыҙ ҙа барҙыр?
Ошонда әңгәмәсем һалдат курткаһын ысҡындырып ебәрҙе һәм уның күкрәгендә “Батырлыҡ өсөн”, “МХО өсөн”, “Хәрби уңыштары өсөн” миҙалдары ялтырай ине.
Башҡортостанда махсус хәрби операцияға ҡушылырға әҙер ир-егеттәрҙән ғаризалар алыу дауам итә. Контракт буйынса хеҙмәт итергә барырға теләүселәр түбәндәге телефон номерҙары буйынса мөрәжәғәт итә ала: 8 (34749) 2-40-46 — Мишкә һәм Борай райондары буйынса хәрби комиссариат; 117 — берҙәм белешмә номеры; 122 һәм 8(347) 218-19-1 — Ситуация үҙәге; 8 (347) 248-29-31 — Өфөләге һайлап алыу пункты.
Хәрби пенсионер булған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән Башҡортостан кешеләре тейешле түләүҙәрҙән тыш тәғәйенләнгән урынға барып еткәнсе үк контракт төҙөгән мәлдән пенсия ала башлаясаҡ. Уны тулы күләмдә түләйәсәктәр. Компенсацияларҙы пенсионерҙар уларҙың контракты ғәмәлдә булған айҙар өсөн аласаҡ.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Мишкә районы.