Махсус хәрби операция төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре булған ирекмәндәрҙе берләштерҙе – улар берҙәм булып, ҡулдарына ҡорал алып Ватан һағына баҫты. Төрлө һөнәр эйәләре араһында беҙҙең ҡәләмдәштәребеҙ ҙә бар. Ошо көндәрҙә тағы ла бер хеҙмәттәшебеҙ – Бөрө ҡалаһындағы “Победа” гәзитенең баш мөхәррире Винер Фларис улы Йыһаншин үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды.
Ҡыйыу йөрәкле ҡәләмдәшебеҙ иҫән-һау, еңеү менән ҡайтһын, тип теләйбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Фото: vk.com, Айнар Байбулатов