Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары менән сикһеҙ ғорурлана. Ул социаль селтәрҙә шундай батырҙарҙың береһе менән таныштырған.
“Борай районынан “Мачете” позывнойлы яугир махсус хәрби операцияла 2022 йылдың сентябренән алып хеҙмәт итә. Хәҙерге ваҡытта ул тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Уға генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙылар. Юғары наградаға ул хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙ фронттың иң ҡатмарлы участкаларында намыҫ менән хеҙмәт итә. Улар - ысын геройҙар. Егеттәребеҙҙең өйҙәренә имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!” – тип ғорурланған район етәксеһе.
Фото: https://vk.com/gazetaalga
Автор:Дина Арсланова