Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Өйгә ҡайтып килеү — ҙур бәхет”

Үҙҙәренең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, һәр көн ир-егеттәребеҙ алғы һыҙыҡта илебеҙ именлеген һаҡлай. Шундай ҡурҡыу белмәҫ яугирҙарыбыҙҙың  береһе — “Башҡорт” позывнойлы кесе сержант ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте.

“Өйгә ҡайтып килеү — ҙур бәхет”
“Өйгә ҡайтып килеү — ҙур бәхет”

 

Күрше егетенең махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыуын ишетеү менән барыбыҙ ҙа шатландыҡ. Әсәһе лә,  беҙ ҙә уны күптәндән көтә инек. Тыуған ил именлеге өсөн үҙе теләп киткән ике улдың береһе лә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтмай торҙо. “Башҡорт” махсус хәрби операцияла йылдан артыҡ булды. Контракт буйынса хеҙмәт иткән ҡустыһы хәрби бурысын Украинала дауам итергә уйлай, ә ағаһы  уның был ҡарарын ҡеүәтләп, үҙе лә барырға була. “Нимә булһа ла бергә булырбыҙ, ауыр саҡтарҙа яҡын кешең эргәлә булыуы көс һәм сабырлыҡ бирә”, — ти ағай кеше. Шулай итеп, улар икеһе лә бер полкка эләгә. “Ике улын да һуғышҡа оҙатҡан әсә ниҙәр кисерҙе икән?” — тигән уй мейене ярып үтте. Ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында әсәләр өлөшөнә төшкән ауырлыҡтарҙы иҫкә алһаң...

— Был — улдарымдың ҡарары, мин уны ҡабул итеп, уларҙы хупларға ғына тейеш. Иҫән-имен генә йөрөп ҡайтһалар ине, — ти ауыр һулап Ольга Юрьевна. Ә үҙенең күҙҙәрендә йәш. — Ярай телефон бар,  һөйләшеп торабыҙ, шул тынысландыра.

Бәхеткә, Ольга Юрьевнаның янында тағы ла биш балаһы бар. Әсә улар хәстәре менән йәшәй: ҡыҙҙарҙы уҡытырға кәрәк, бәләкәй Данила балалар баҡсаһына йөрөй.

Мин барғанда “Башҡорт” һеңлеләре һәм ҡустыһы менән һөйләшеп ултыра ине. Яҡындары ағаларын бик һағынған, эргәһенән дә китмәйҙәр. Шулай ҙа мин яугир менән аҙыраҡ һөйләшә алдым. Ул һорауҙарыма ҡыҫҡа ғына яуаптар бирҙе.

“Башҡорт” БМД-4М-да механик-водитель булып хеҙмәт итә икән. Махсус хәрби операция зонаһында күп нәмә водителдең зирәклегенән һәм батырлығынан тора. Тәүлегенә улар бер нисә ҡабат снаряд ярсыҡтарынан тишкеләнеп бөткән машинала үҙебеҙҙекеләр яғына алғы һыҙыҡҡа сыға икән. Күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ватылып-ҡырылып бөткән юлдарҙан алғы һыҙыҡтан егеттәрҙе алып сыға, илтеп ҡуя, яралыларҙы ташый, ут менән оборона тота. “Нисек унда? Ҡурҡынысмы?” — тип һорайым. “Түҙәрлек, — тип яуаплай кесе сержант. —  Баштараҡ нимә икәне лә аңлашылмай ине. Һуңынан, “һуғыш” тигән һүҙҙең мәғәнәһен аңлағас, ысынлап та, ҡурҡыныс булып китте. Уның мәғәнәһенән дә түгел, ә һинең иңгә ятҡан һынауҙарҙы йырып сыға алаһыңмы, хәрби дуҫтарыңды ҡыйын хәлдә ҡалдырмайһыңмы,  — шунан ҡурҡыта. Бер аҙҙан яраҡлашаһың, хәрби хеҙмәттә алған күнекмәләр иҫкә төшә, өйрәнәһең. Беҙҙән алда килгән егеттәр ҙә эшкә төшөндөрә. Ләкин һәр саҡ һаҡ булырға кәрәк. Уяулыҡ һәм яуаплылыҡ мөһим, сөнки төрлө хәл була. Бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгәнбеҙ, көнкүрешебеҙҙе үҙебеҙ яйларға, төҙөргә тырышабыҙ, гуманитар ярҙам да килтереп торалар.  Беҙҙең полкта егеттәр яҡшы, бер ғаилә кеүекбеҙ, ышанысһыҙҙар юҡ. Эргәңдә иптәшеңдең ныҡлы иңен тойоу мөһим, ә йыраҡта яҡындар — әсәй, һеңелдәр, бәләкәс Данила, туғандар көс-дәрт бирә”.  

Бына шуларҙы һөйләне ул. Махсус хәрби операцияға барғанда Миңлеғәли Шайморатов исемендәге башҡорт батальонына эләгергә теләй, ләкин барып сыҡмай, хәрби хеҙмәткә Ульяновск ҡалаһынан алына. Алдымда мин күреп өйрәнгән йыуаш егет түгел ине, ә нығынған, олоғайған, етди ҡарашлы, тормошҡа башҡасараҡ ҡараған  ир-егет тора. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки 24 йәшлек егет хәҙер ғаиләлә әсәһенең төп терәге, кесе туғандарына өлгө булырға тейеш. “Мин улдарымды шул тиклем һағынам. Оҙаҡ ваҡыт йоҡлай алманым, ятыу менән башҡа береһенән-береһе ҡурҡыныс уйҙар килә. Шуға күрә уларҙан хәрби хәрәкәттәр тураһында һорашмаҫҡа тырышам, үҙҙәре лә һөйләмәй. Һәр ваҡыт улдарымдың иҫәнлеген теләп доға уҡыйым, Хоҙайҙан һорайым. Улар ғына түгел, башҡа егеттәр өсөн дә уҡыйым, әсәйҙәр йөрәге балалары өсөн тыныс булһын ине. Улымды көтөп торһам да, ул шылтыратып ҡайтыуы һәм инде Өфөлә булыуы тураһында әйткәс, миңә көтөлмәгән ҡыуаныс булды. Шатлыҡтан бөтә нәмә  буталды, күңел хистәр менән тулды, йөрәк тулҡынланыуҙан ҡайҙалыр төшөп китте кеүек, аяҡтар тотмаҫ булды... Башта бер уй — улымды ҡаршы алырға бер нәмә лә әҙер түгел, тип уйланым. Шунан тиҙ генә йөҙ төрлө эш эшләп алдым, — тип йылмая Ольга Юрьевна. — Оло улдарым — төп таянысым минең. Балаларым тип йәшәйем, улар көс-дәрт бирә, ғүмеремә шатлыҡ өҫтәй”.

Бына шундай оло шатлыҡ кисерҙе ошо көндәрҙә күп бала тәрбиәләгән ғаилә. Ялға ҡайтҡан ике аҙна күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Яңынан хәрби хеҙмәткә барырға кәрәк. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, Аллаһ бойорһа. Улдар — әсәйҙәре, атайҙар балалары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһа ине.            

  Зәлиә Ғатина.

Мишкә районы.

 

Читайте нас: