Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Ноябрь 2023, 09:20

Ике улы ла алғы һыҙыҡта...

Минең кеүек хәрби улдар үҫтергән әсәләргә саҡматаштай ныҡ булыу, зарланмау, өмөтһөҙлөккә бирелмәү бик мөһим, ти Венера Зыязетдинова. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү өсөн республика халҡы берҙәм 177 номеры буйынса мөрәжәғәт итә, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19  телефоны буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ яҡындағы  “Мои документы” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Бөтә һорауҙарығыҙға башбат.рф сайтында яуап табырға мөмкин.  

Ике улы ла алғы һыҙыҡта...
Ике улы ла алғы һыҙыҡта...

Әсәләрҙең киң күңеленә шатлыҡ-һөйөнөстәрҙән тыш, иркә-наҙы ла, әллә күпме ҡайғы-хәсрәте лә һыя. Ниндәй генә хәл-ваҡиғалар тетрәндермәһен, юғалтыуҙар кисерергә яҙмаһын, яңғыҙлыҡ йәнде өшөтмәһен, йәшәргә көс табыуҙың дарыуы бер – сабырлыҡ. Көслө ҡатындар эсендә ут янһа ла, үҙ-үҙенә бикләнмәй, уйҙары менән уртаҡлашып, башҡалар менән аралашып йәшәй. Тормоштоң ныҡлы ҡаҡшамаҫ терәгелер ул – сабыр, һалҡын аҡыл менән эш итеүсе ҡатындар, тигән фекер һалдаттар әсәһе Венера Ҡыяметдин ҡыҙы Зыязетдинова менән танышҡандан һуң тағы ла нығына төштө.

Хаҡлы ялдағы Венера Зыязетдинова бөгөн Әмир ауылында, ҡупшы, матур итеп йыйыштырылған, йәмле өйөндә бер үҙе донъя көтә. Уның махсус хәрби операция хаҡында хәбәрҙар булыуы, барышы менән даими ҡыҙыҡһынып тороуы көн кеүек асыҡ, сөнки етмеш йәшлек ханымдың ике улы ла Ватанды һаҡлау өсөн бөгөн алғы һыҙыҡта. Улдары көнө-төнө ут эсендә ҡайнаған әсәнең тыныс, уйсан, ҡоростай ныҡ холҡо, уландары менән сикһеҙ ғорурланыуы уға ҡарата ихтирамды арттырҙы. Бындай көслө ихтыярлы әсәләр улдарының батыр булмай саралары юҡтыр ҙа.

Венера Ҡыяметдин ҡыҙының 48 йәшлек Вадимы ла, 45 йәшлек Айҙары ла махсус хәрби операция башланғандың тәүге көнөнән хәрби зонала. “Уларҙың икеһе лә быға тиклем дә хәрби хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнашты, Сүриәлә, Грузияла, Чечняла хеҙмәт иттеләр. Шуға күрә минең кеүек хәрби улдар үҫтергән әсәләргә саҡматаштай ныҡ булыу, зарланмау, өмөтһөҙлөккә бирелмәү бик мөһим. Оло улым гел ситтә. Ульяновскиҙа хәрби уҡыу йортон тамамланы, подполковник званиеһында. Псковта 15 йыл хеҙмәт итте, аҙаҡ Костромала, Омскиҙа...Ҡустыһы ла ағаһынан ҡалышманы, өлкән лейтенант. Ә мин үҙ һүҙле улымды алғы һыҙыҡҡа ебәрмәҫкә уйлап, бер йыл буйы һаҡларға тырыштым – барыбер контракт төҙөп хәрби зонаға китте... Ебәрҙем инде”,– ти әсә.

Кинйә улы батырлығы өсөн Жуков миҙалы менән наградланған, ә олоһо биш дәүләт наградаһына – I һәм II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалдарына, “Батырлыҡ өсөн “, Суворов һәм Жуков миҙалдарына лайыҡ. 

Әсәләре ғүмер буйы Көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү йортонда –тегенсе, аталары иретеп йәбештереүсе булып эшләгән ғаиләлә ҡыйыу егеттәр, тоғро Ватан һаҡсылары үҫеп сығыуының, бәлки, берәй ғилләһе барҙыр?

–Беҙҙең бөтә туған-ырыу илһөйәрҙәр нәҫеленән, тип әйтер инем. Ҡартатайым Динислам да хәрби кеше булған. Әсәйем гел генә уның хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлаша торғайны. Атайым Ҡыяметдин Саяпов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Бер туған ағайым Сулпан подполковник булды. Ә ҡустым Марс Афғанстанда, төрлө утлы нөктәләрҙә хеҙмәт итте. Улы ла хәрбиҙәр әҙерләүсе уҡыу йортонда белем ала. Ейәнем Радик та оҙаҡламай хәрби институтты тамамларға йыйына. Бына ниндәй хәрбиҙәр династияһы тормошо менән йәшәргә,  һәр береһе өсөн тулҡынланырға, уларҙың тәртибенә, дисциплинаһына буйһонорға тура килә!– тип шаярта Венера Ҡыяметдин ҡыҙы.

Зыязетдиновтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Оло ҡыҙҙары Лилиә – шәфҡәт туташы, район дауаханаһында эшләй. Бер ҡыҙ үҫтерә. Улдарының ғаиләләрендә өсәр бала үҫә. Вадим менән Айҙарҙың бала сағы, шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Ҡыйыу егеттәр ниндәй мөхиттә тәрбиәләнә икән?

– Беҙ көн буйы эштә, ә улар башҡа ауыл малайҙары кеүек, тырышып донъя көттө, мал ҡараны, ер ҡаҙҙы, баҡса үҫтерҙе. Уларҙың ҡыш көнө бәрәңге баҡсаһында окоп ҡаҙып, һалдат булып уйнауын ҡыҙыҡ итә торғайныҡ. Эш эшләп, хеҙмәттә сынығып буй еткерҙеләр, – тип хәтерләй улдарының алтын бала саҡтарын әсә. – Әлегә ялға ҡайта алмайҙар, ярай әле, хәл белешергә телефон бар. Ҡайҙағыҙ әле, шылтыратып ҡарайым...”  

Венера Ҡыяметдин ҡыҙы оло улының хәл-әхүәлен белешеп алыу менән телефонын беҙгә һуҙҙы: подполковникка һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ, йәнәһе. Әйтер һүҙ ҙә, теләктәр ҙә күп, әлбиттә. Береһенән-береһе юғарыраҡ, баһалыраҡ орден-миҙалдарға лайыҡ булған, ғүмерен Ватанды һаҡлауға арнаған, әле лә алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән хәрби ир-егеткә Башҡортостан халҡынан, “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларынан һәм ижади коллективынан ҡайнар сәләмдәребеҙҙе еткерҙек, Асҡындың тәүәккәл, сәмле егеттәре менән ғорурланыуыбыҙҙы, тәрән ышанысыбыҙҙы белдерҙек. ”Бөркөттәй улдар үҫтергән атай-әсәйегеҙгә рәхмәт, Венера ханым өсөн борсолмағыҙ, ул ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле һалдат әсәһе”, – тип әйтергә лә онотманыҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү өсөн республика халҡы берҙәм 177 номеры буйынса мөрәжәғәт итә, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19  телефоны буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ яҡындағы  “Мои документы” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Бөтә һорауҙарығыҙға башбат.рф сайтында яуап табырға мөмкин.

 

Автор:Дина Арсланова

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-11-18/ike-uly-la-al-y-y-y-ta-3526488?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

 
Читайте нас: