“Айыҡ ауыл-2023” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында бөгөн “Тыуған ергә һөйөү – имандан” тип аталған илһөйәрлек менән һуғарылған йомғаҡлау сараһы ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.
Солтанбәк — бай тарихҡа эйә ауыл. Унда көслө ихтыярлы, ҡунаҡсыл һәм йомарт, мәҙәниәтле, иманлы, айыҡ тормошҡа ынтылған кешеләр ғүмер итә. Тәрән мәғәнәгә эйә бөгөнгө сара бының нәҡ шулай икәнен тағы ла бер иҫбатланы. Тыуған илгә һөйөү һәм Тыуған ил үҙе — юғары ҡиммәттәр. Солтанбәктәр өсөн улар иң изге, ҡәҙерле тѳшѳнсә. Ниндәй генә ауыр ваҡыттарҙа ла солтанбәктәр үҙҙәренең асылына, иманына тоғро ҡалған, милли рухын юғалтмаған. Сараның “Тыуған ергә һөйөү – имандан” тигән исеме лә есеменә тап килә, сөнки иманлы кеше генә үҙен, ғаиләһен һәм Тыуған илен һаҡлай һәм яҡлай ала, илһөйәр һәм телһөйәр була.
Сарала ҡатнашыусы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы – район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллинаны, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллинаны, Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәеваны, Солтанбәк ауылы биәләмәһе башлығы булып күп йылдар эшләгән Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдиновты һәм уға алмаш булып, был яуаплы вазифаны иңенә алған Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжеваны солтанбәктәр сәк-сәк, ҡымыҙ һәм Зөлфинә Сәйфуллина етәкселегендәге “Умырзая” фольклор ансамбле йырлап ҡаршы алды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Тыуған ил өсөн батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Айдар Әнғәм улы Хафизовтың әсәһе Хәтмиә Шәмсел ҡыҙы Туҡтағолова, бөгөнгө көндә яуҙа булған ир-егеттәрҙең әсәләре – Сания Абрар ҡыҙы Ғиззәтуллина, Рәзимә Ғилемхан ҡыҙы Фәйезова, Гөлсөм Ғилмулла ҡыҙы Имамова, хәрби хеҙмәтен МХО территорияһында ла үтәп ҡайтҡан һалдаттың әсәһе Вәсилә Вил ҡыҙы Ғимазова ла бөгөнгө сараның хөрмәтле ҡунаҡтары булды.
Ватансылыҡ — Тыуған илгә, ергә, уның халҡына, теленә, диненә, тарих һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү ул. Солтанбәк урта мәктәбендә был йәһәттән бай тәжрибә тупланған. Йәш быуында тотороҡло патриотик, юғары рухи-әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү — уҡытыусылар коллективының төп бурысы. Ошо маҡсатта мәктәптә икенсе йыл “Йәш армиясы”лар хәрби-патриотик хәрәкәте эшләп килә. Бөгөнгө сарала ла Филира Шәрәфетдинова етәкселегендә йәш армиясылар мәртәбәле ҡунаҡтар менән бергәләп Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә төҙөлгән обелискка сәскәләр һалыуҙа ҡатнашты. “Ауылыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышына 127 ир-егет киткән. Шуларҙың 86-һы яу яландарында ятып ҡала, тик 41-е генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә беҙҙең арала юҡ. Ләкин беҙ уларҙың яу юлдарын өйрәнеп, күрһәткән батырлыҡтары тураһында уҡыусыларға һөйләйбеҙ. Бөгөн өс егетебеҙ Рәсәй Ҡораллы көстәр сафында Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәй: Даян Исламов, Нур Миңлоеғәлиев, Идел Хәсәнов. Солтанбәк ауыл биләмәһенән алты ир-егет МХО ла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Кәмәшиҙе ауылы егете Айдар Әнғәм улы Хфизов Тыуған ил өсөн батырҙарса һәләк булды. Яҡташыбыҙҙың исеме һәм батырлығы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ”, - тип бәйән итте сараны алып барыусы Розалия Факкарова.
Солтанбәктәр ысын мәғәнәһендә күренекле яҡташтары менән ғорурлана. Уларҙың исемен мәңгеләштереү буйынса ла әүҙем эш алып бара. 2021 йылдың ноябрендә Балыҡсы ырыуының арҙаҡлы улы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, иҫтәлекле таҡтаташ асҡайнылар. Бөгөнгө сара сиктәрендә бергәләп уны иҫкә алдылар. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе уҡытыусы Фәйрүзә Фаһаманова Шаһийән Миңлеғәлиевтың тормош һәм хеҙмәт юлын иҫкә төшөрөп, уның нисек итеп ауылдаштарын шәжәрә төҙөүгә, тарихын өйрәнеүгә дәртләндереүе һәм ярҙам итеүе хаҡында һөйләне. Был изге ғәмәлдәр йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Йәштәр үҙҙәренең батырҙарын, күренекле яҡташтарын белеп, улар менән ғорурланып үҫергә тейеш!
Артабан сара мәктәп эсендә дауам итте.
Наилә Имаева.