Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Геройҙар дәүере
3 Май 2023, 05:15

Солтанбәк урта мәктәбендә яугир менән осрашыу үтте

Барлыҡ һалдаттарҙың тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

Солтанбәк урта мәктәбендә яугир менән осрашыу үттеСолтанбәк урта мәктәбендә яугир менән осрашыу үтте
Солтанбәк урта мәктәбендә яугир менән осрашыу үтте

Солтанбәк урта мәктәбендә яугир менән осрашыу үтте.
Яугир яҡташыбыҙ  — Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальонында командир булып хеҙмәт итә. Өлкән сержант яңы ғына махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан. Өфө ҡалаһында йәшәһә лә, тыуған яғын, ата-бабалар төйәген онотмай, атаһының ҡәберенә һәйкәл - таш ҡуйып, кәртәләп, олатаһының йортон яңыртырға, төҙөкләндерергә тигән ниәттәр менән янып йәшәй.
Бөгөнгө уҡыусылар менән осрашҡанда ла ул балаларға тыуған яҡҡа һөйөү, тыуған нигеҙҙе онотмаҫҡа, ҡәҙерләргә, яратырға тигән өгөт-нәсихәттәр бирҙе.

Һүҙен тамамлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам иткән бөтә кешеләргә, хаттар яҙған балаларға ҙур рәхмәттәр әйтте һәм "Еңеү беҙҙеке буласаҡ!", - тине.
Барлыҡ һалдаттарҙың тыуған яҡтарына иҫән - һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ!

Наилә Имаева.

Солтанбәк урта мәктәбендә яугир менән осрашыу үтте
Солтанбәк урта мәктәбендә яугир менән осрашыу үтте
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас