Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Апрель 2023, 19:35

"Башҡорт яҙы" патриотик концерты - Асҡында

Илһөйәрлек, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, Тыуған илгә һөйөү тураһындағы  йырҙар  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре, Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре  көнө һәм Ураҙа байрамы уңайынан ҡотлауҙар менән үрелеп барҙы.

"Башҡорт яҙы" патриотик концерты - Асҡында
"Башҡорт яҙы" патриотик концерты - Асҡында

Рәсәйҙә, Башҡортостанда Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә халыҡ тарафынан төрлө ярҙам күрһәтелә - гуманитар ярҙам ебәрелә, акциялар, патриотик саралар уҙғарыла. Шундай сараларҙың береһе - республика буйлап ойошторолған «Башҡорт яҙы» концерты. Яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүгә арналған концертта республиканың билдәле артистары ҡатнаша. Был байрам берҙәмлекте күрһәтә, унда ҡатнашусылар Ватанды һаҡлаусыларға ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерә.
Бөгөн илһөйәрлек рухы менән һуғарылған тамаша Асҡын район Мәҙәниәт һарайында үтте.
Иң беренселәрҙән булып һүҙ алған “Башҡортостандың һауа десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Марат Әҙеһәмов  үҙенең сығышында:
- Асҡында патриотик рухлы халыҡ йәшәй. Мин быны яҡшы беләм, сөнки йыл һайын 2009 йылдан алып десантсылар һеҙгә автоуҙышҡа килә. Һеҙ һәр саҡ матур итеп ҡаршы алып, патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Бөгөн дә илһөйрәлек рухындағы концертҡа зал тултырып килеүегеҙ шуны иҫбатлай. Беҙ бөгөн ошо изге рухты тағы бер ҡат иҫбат итергә һәм әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтергә йыйылдыҡ, - тине һәм яугирҙарҙың тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Афған ветерандары йәмәғәт берләшмәһе рәйесе Азат Әхмәтйәнов та бөгөн илһөйәрлек, батырлыҡ, фиҙаҡәрлек төшөнсәләренең ни тиклем көнүҙәк булыуын билдәләне һәм яугирҙарыбыҙҙың иҫән-һау хәрби бурыстарын үтәп ҡайтыуын теләне.

 - Рәсәй һәр ваҡыт көслө, берҙәм ил булған. Ҡыйыу, илһөйәр улдары менән һәр саҡ ғорурлана Ватаныбыҙ. Нәҡ шундай батыр ир-егеттәр районыбыҙҙан да Ватан һағына баҫып, бөгөн илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлай. Илебеҙ именлеге өсөн һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итеүен дауам итә. Кемдәрҙер гуманитар ярҙам күрһәтә, ә кемдәрҙер хәрби ғәскәр рәтенә баҫты. Бөгөнгө концертҡа махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан һалдаттар ҙа килде. Районыбыҙ исеменән мин уларға сикһеҙ рәхмәт белдерәм. Илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙа баштарын һалған райондаштарыбыҙҙы ла оноторға тейеш түгелбеҙ, - тине Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов. Динис Рәдис улы муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, депутаттарҙы, урындарҙа йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларҙы Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө менән дә ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм тырыш хеҙмәттәре өсөн бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына һәм әүҙем йәмәғәтселәргә төрлө кимәлдәге наградалар тапшырҙы.

Динис Рәдис улы Ураҙа байрамы уңайынан да изге теләктәрен еткерҙе.

Илһөйәрлек, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, Тыуған илгә һөйөү тураһындағы йыр-моңдарын был көндө Башҡортостандың халыҡ артисы Искәндәр Ғәзизов, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Әлфиә Ниғмәтуллина, Салауат Хәлилов һәм үҙебеҙҙең район Мәҙәниәт йорто артистары бүләк итте.
Залда ултырған тамашасылар – район халҡы, ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары һәр сығышты дәррәү алҡыштар менән оҙата барҙы, ҡушылып йырлап та ебәрҙе.
Хәрби-патриотик марафон сараһына килгән уҡыусыларҙың тамашаны бер тауыш-тынһыҙ, ихлас ҡарап ултырыуҙары уҡ киләсәк быуындың ныҡлы рухын сағылдырҙы.

Рөстәм Тимерғәли улы Әбдрәхимов етәкселегендәге "йәш армия"сылар  сығышы һәр ваҡыттағыса сараға илһөйәрлек рухы өҫтәне.

Илһөйәрлек рухында, Тыуған ил, һөйөү хаҡында яңғыраған йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде, сығыштар көслө алҡыштарға күмелде.
Наилә Имаева.

"Башҡорт яҙы" патриотик концерты - Асҡында
"Башҡорт яҙы" патриотик концерты - Асҡында
Читайте нас: