Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Апрель 2023, 22:20

Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға теләктәшлек йөҙөнән ойошторолған “Башҡортостан яҙы” тигән патриотик концерт уҙҙы.

Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”
Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”

 

Район халҡы һәм мәртәбәле ҡунаҡтар илебеҙ мәнфәғәтен яҡлаусы геройҙарыбыҙға хөрмәтен белдерергә йыйылды.

Сарала район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, һуғыш хәрәкәттәре ветераныТимерйән Рәжәпов, “Барс” хәрби-патриотик берләшмәһе етәксеһе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Әлтәф Ғәлиев, райондың үҙәк мәсете имам-хатибы Филүс Камалтдинов ҡатнашты.

  • Махсус хәрби операцияла балтастар ҙа әүҙем ҡатнаша.Райондың барлыҡ халҡы исеменән уларға – был көндәрҙә батырлыҡ ҡылған райондаштарыбыҙға рәхмәт әйткем килә.Шундай геройҙар менән бер үк ваҡытта йәшәгәнебеҙ менән ғорурланабыҙ, - тине Илгиз Әхүәс улы. Ул бөгөнгө көндә илһөйәрлек төшөнсәһенең әһәмиәте тураһында ла һөйләне.

    Концертта район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Өфөнән килгән ҡунаҡтар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, республика,Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстары лауреаттары Зөлфиә Авзалова һәм Илнур Хибәтуллин сығыш яһаны.

    Фирғәт Нәбиуллин.

Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”
Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”
Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”
Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”
Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”
Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”
Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”
Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”
Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”
Иҫке Балтаста - “Башҡортостан яҙы”
Читайте нас: