Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Апрель 2023, 11:30

Иҫән-һау күрешергә яҙһын! Еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр!

Бөгөн Асҡында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдаттарҙы Ватанды һаҡларға оҙатҡан һәр кем ана шундай теләктә булды.  

 

Бөгөн район хакимиәте алдындағы майҙанда махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдаттарҙы оҙатыуға арналған тантаналы митинг үтте.

Сарала район Советы рәйесе Руслан Ғәлләмов, Афған һуғышы ветерандары берләшмәһе рәйесе Азат Әхмәтйәнов, район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәлин,  Асҡын үҙәк мәсетенең имам-хатибы Рөстәм хәҙрәт Ғәйзуллин сығыш яһап, һалдаттарҙың хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау тыуған районыбыҙға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Митингта Асҡын 2-се урта мәктәбенең М. Шайморатов исемендәге класс уҡыусылары ла ҡатнашты. Улар һалдаттарға изге теләктәрен белдереп, хат яҙып алып килгәйне. Уҡыусылар илһөйәрлек, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, тыныс тормош, Еңеү тураһындағы шиғырҙарын да һөйләне.

Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм Равиль Сәлимгәрәев башҡарыуындағы патриотик йырҙар күңелдәргә рух ныҡлығы, һалдаттарыбыҙ менән ғорурланыҡ хистәре, яҡты, тыныс, имен киләсәккә ышаныс өҫтәне.

Кем генә сығыш яһаһа ла, уларҙың теләге бер булды: “Иҫән-һау тағы күрешергә яҙһын! Еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр!”

Бына шулай изге теләктәр менән, доғалар уҡып оҙатты Ватан һағына юлланыусыларҙы асҡындар.

 

 

Наилә Имаева.

 

 

Иҫән-һау  күрешергә яҙһын! Еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау күрешергә яҙһын! Еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр!
Читайте нас: