Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
14 Апрель 2023, 12:00

Хеҙмәт иткән йылдар онотолмай

"Армияла алған тәжрибә һәм белем тормошта кәрәк була, күпме генә ваҡыт үтһә лә, хәрби хеҙмәт йылдары онотолмай, хәтерҙә оҙаҡ һаҡлана", — ти Фәрис Шәймөхәмәтов.  

Хеҙмәт иткән йылдар онотолмай
Хеҙмәт иткән йылдар онотолмай

Рәсәйҙә апрель айының икенсе йәкшәмбеһендә Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре көнө билдәләп үтелә. Яҙмам геройы Фәрис Шәймөхәмәтов унда дүрт тиҫтә йылға яҡын элек хәрби хеҙмәт үткән.
— Ул ваҡыттарҙа егеттәрҙең барыһының да армияла булғыһы килә ине. Бармаһаң — һин ысын егет булмайһың. Шундай ваҡыттар бар ине. Мин әле лә кәрәк булһа, яңынан барырға әҙер, — тип һөйләй Фәрис Фәнүс улы. — Армия йылдарын мин, Ватан алдындағы бурысымды үтәгәнем өсөн, ғорурлыҡ менән иҫкә алам. Атайым Венгрияла авиацияла хеҙмәт итә, ә олатайым пулеметсы була һәм Сталинград эргәһендәге һуғышта ятып ҡала. Шуға күрә, беҙҙең быуын ир-егеттәрендә армияға бармай ҡалыу тигән уй булманы ла.
Түбән Һикеяҙ ауылы егете Фәрис Шәймөхәмәтов 1964 йылда донъяға килә. 1981 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы училищела электросварщик һөнәрен үҙләштерә. Артабан, 1982 йылда, Йыраҡ Көнсығышта һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә Ватан алдындағы изге бурысын үтәй.
Ауыл һауаһын һулап, ер һулышын тойоп үҫкән егет хәрби хеҙмәттә лә үҙен һынатмай. Уға һалдат тормошо оҡшай. Егет кеше һалдат мәктәбен үтергә тейеш, тип һанай Фәрис Фәнүс улы.
— Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү һалдаттарҙан юғары физик һәм әхлаҡи әҙерлек, командала эшләй белеү һәм ҡатлаулы мәлдәрҙә инициатива күрһәтеү оҫталығын талап итә. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар булмаһын, һауа киңлеген ышаныслы һаҡлау — һалдаттар алдында торған төп бурыстарҙың береһе, һәм бында хеҙмәт итеү — ҙур ғорурлыҡ, — тип билдәләй ул.
1984 йылда бурысын намыҫлы үтәп ҡайтҡас, Өфөлә водитель һөнәрен үҙләштерә. Уҡыу ваҡытында Мәскәүҙә практика үтә.
Буласаҡ тормош иптәше — Шишмә районы ҡыҙы Алһыу Хәниф ҡыҙы менән дә баш ҡалала эшләгән саҡта таныша. Оҙаҡ та үтмәй, йәштәр ғаилә ҡороп, матур итеп йәшәй башлай.
Шәймөхәмәтовтар ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, Иҫке Балтас ауылында һоҡланырлыҡ йорт төҙөп инеп, бәхетле ғүмер кисерә. Ҡыҙҙарының икеһе лә тормошта үҙ урынын тапҡан.
— Армия хеҙмәтен үтеүгә дүрт тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙған, ә күп кенә хеҙмәттәштәр — төрлө милләт егеттәре менән әле лә дуҫбыҙ, аралашабыҙ. Улар араһында рустар, татарҙар, ҡырғыҙҙар, әрмәндәр бар. Хәтирәләр менән уртаҡлашабыҙ. Армия — ул батырлыҡ, туғанлыҡ мәктәбе, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Йәштәргә теләгем шул — армиянан баш тартмағыҙ, ул сыҙамлыҡҡа өйрәтә, физик һәм рухи яҡтан нығыта, — ти Фәрис Фәнүс улы.
Ғөмүмән, һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү Фәрис Шәймөхәмәтов өсөн ысын тормош мәктәбе була. Ул уға физик һәм әхлаҡи яҡтан көслө әҙерлек алырға ярҙам итә. "Армияла алған тәжрибә һәм белем тормошта кәрәк була, күпме генә ваҡыт үтһә лә, хәрби хеҙмәт йылдары онотолмай, хәтерҙә оҙаҡ һаҡлана", — ти Фәрис Шәймөхәмәтов.

Фирғәт Нәбиуллин.

Хеҙмәт иткән йылдар онотолмай
Хеҙмәт иткән йылдар онотолмай
Хеҙмәт иткән йылдар онотолмай
Читайте нас: