Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Февраль 2023, 13:25

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды

Тыуған илгә һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡ символы булған Ватанды һаҡлаусылар көнө бөгөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды

  Упҡанкүл ауылында ла ошо байрам уңайынан бай йөкмәткеле саралар үтте. Иртән ауыл халҡы, мәктәп, ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында митинг үтеп, обелискыға венок һәм сәскәләр һалынды.

Асҡындан район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов етәкселегендәге делегация килеп, ауылдың иң хөрмәтле кешеһе — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы Әхмәтзакировты ҡотлап, хәлен белеүе байрамға оло мәртәбә өҫтәне.

Байрамдың дауамы булып мәҙәниәт йортонда илһөйәрлек менән һуғарылған бай йөкмәткеле концерт үтте. Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев барыһын да Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрик итеп, изге теләктәрен еткерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Упҡанкүл ауылы ир-егеттәренең әсәләренә оло рәхмәттәрен еткереп, ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ теләне, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: