Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Февраль 2023, 22:35

Мәңге уңалмаҫлыҡ яра

Тулыраҡ:

Мәңге уңалмаҫлыҡ яра
Мәңге уңалмаҫлыҡ яра

Бөгөн Рәсәйҙең хәрби тарихында иҫтәлекле дата – совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан алып сығыу көнө. Йыл һайын хәрби бурысын илебеҙҙән ситтә үтәп, ҡайта алмаған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алып, яугир-интернационалистарыбыҙға оло рәхмәттәр еткереп, хөрмәт күрһәтәбеҙ. Был һуғыш ветерандары утыҙ дүрт-утыҙ биш йыл элек һөлөктәй йәш егеттәр булһа, бөгөн улар - сәстәрен сал алған, олпатланған ир уҙамандары.

Район үҙәгендәге Еңеү паркына халыҡ ағыла, яугирҙарҙың түштәрендә миҙалдары сыңлап-сыңлап ала, яндағыларының йөҙҙәрен уйсанлата.

Митингыла район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин, уның урынбаҫары – яугир-интернационалист Рәмил Карам улы Вәлинуров, хәрби комиссар Александр Викторович Аксенов, мәктәп уҡыусылары, йәш армеецтар һәм башҡа битараф булмаған ҡариҙелдәр ҡатнашы. Улар Ҡариҙелдән ҡатнашҡан 100-ҙән ашыу һалдаттарҙы хөрмәт менән иҫкә алды, яуҙаштары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Шул ваҡыттағы ваҡиғалар бәлки әкренләп онотолалыр, әммә күптәребеҙҙең хәтерендә ул мәңге уңалмаҫлыҡ яра булып ҡала.

Гөлнара Солтанова.

Мәңге уңалмаҫлыҡ яра
Мәңге уңалмаҫлыҡ яра
Мәңге уңалмаҫлыҡ яра
Мәңге уңалмаҫлыҡ яра
Читайте нас: