Декабрҙе сентябрҙә үк күҙаллап ҡуйғайнылар инде. Ул саҡта был айҙың башы сағыштырмаса йомшағыраҡ булыуы фаразланғайны.
Яңы ихтималлауҙар әллә ни айырылмай.
Шулай ҙа синоптиктар ай урталарында ҡапыл һыуытасаҡ, ти. Нимәһе ҡыҙыҡ: уртаса температура -10 градус булыуы ихтимал. Ул һыуыҡмы ни инде?!
Декабрь аҙағында -20 градусҡаса төшөүе күҙаллана. Һәм йыш ҡына төндә ошондай температура. Тимәк, барыбер ныҡ һыуыҡ түгел.
Тағы шуныһы: белгестәр ҡапыл һыуытып, ҡапыл йылытып торасағын да фаразлаған. Уныһы инде насар. Сөнки һаулыҡҡа зыяны булыуы мөмкин.
Дөйөм алғанда, ҡар күп яумаясаҡ.
Теүәлерәк күҙаллауҙар ай яҡынлашҡас буласаҡ.
Фото З. Нартдинова
Автор:Алһыу Ишемғолова