Иҫке Аҡбүләк ауылынан улдарын махсус хәрби операцияға оҙатҡан Зәйтүнә менән Сәйеф Нуриәхмәтовтар менән танышыу форсаты тейҙе. Яуҙа йөрөгән улдарын уйлап йөрәктәре янһа ла, сабыр, ихлас күңелле булыуҙары менән һоҡланыу уятты был ғаилә.
Зәйтүнә Закир ҡыҙы тыумышы менән Бишбүләк районының “Дим” совхозынан. Яҙмыш уны Ҡариҙел яҡтарына килтерә һәм хәҙер 30 йыллап ул тормош иптәше Сәйеф Нурлыхан улының тыуған ауылында донъя көтә. Ғаилә ҡороп ғүмер итеүҙәренә лә 52 йыл булып килә.
— Ҡариҙел яҡтарын шунда уҡ үҙ иттем. Тәбиғәте лә күркәм, кешеләре лә яҡшы. Хәҙер ул миңә үҙемдең тыуған ауылым кеүек ҡәҙерле. Тормош иптәшемдән дә уңдым. Ғүмер буйы бер-беребеҙҙе аңлашып йәшәйбеҙ, – ти Зәйтүнә апай.
Сәйеф ағайҙың тыуып үҫкән нигеҙен һыуытмай донъя көтә улар. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар колхозда водитель булып хеҙмәт иткән. Зәйтүнә апай һауынсы булып эшләгән. Таңғы дүрттә тороп эшкә сығып китә инек, тип хәтерләй ул йылдарҙы Зәйтүнә Закир ҡыҙы. Эштән ҡурҡмаған егәрле ғаиләлә балалары ла тырыш, тәүәккәл булып үҫә.
Өлкән улдары Өфөлә төпләнгән, ҡыҙҙары Ҡариҙел ҡасабаһында донъя көтә. Иң кесе улдары бөгөн махсус хәрби операцияла. Үҙе ҡәтғи ҡарарға килеп, былтыр йәй контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юллана.
Армияла кесе сержант дәрәжәһендә йөрөп ҡайтҡан ир-егет илгә ауыр саҡта ситтә ҡала алмай.
— Улыбыҙ бик тәүәккәл, ҡурҡыу белмәҫ, яуаплы. Бала сағынан радиоэлектротехника менән мауыҡты, спортты ла яратты. Бигерәк тә футболды үҙ итте, – тип бала сағын хәтерләүҙән башланып китте әңгәмәбеҙ. – Электән игелекле, хәстәрлекле булды. Өйөбөҙгә газын да керетте, тәҙрәләрен дә яңыртты. Ике тапҡыр ялға ҡайтып китте. Шул арала ярҙам итергә өлгөрҙө. Тәүге ҡайтҡанында телевизор, кер йыуыу машинаһы алып бирҙе. Икенсеһендә һыуытҡыс, туңдырғыс, башҡа йыһаздар алып ултыртты. Өйҙө ремонтлау тураһында ла пландары бар. “Сирләмәгеҙ” тип хәлдәребеҙҙе белешеп тора, – тип өҫтәне Зәйтүнә Закир ҡыҙы.
Махсус хәрби операциялағы яугирҙың ата-әсәһе ярҙам сараларын да тоя. Күптән түгел район хакимиәтенең хәстәре менән бер «КамАЗ» утын килтергәндәр. Ауыл хакимиәтенән дә иғтибар өҙөлмәй. Мәҫәлән, Ололар көнөндә машина менән килеп алып, ауыл клубында тәбрикләгәндәр. Сәйеф Нурлыхан улы һаулығы буйынса инвалид булғас, район дауаханаһынан да ҙур иғтибар күрһәтелә.
Бер-береңә терәк булып, бер-береңдең ҡәҙерен тойоп йәшәүҙә тормош мәғәнәһе. Зәйтүнә менән Сәйеф Нуриәхмәтовтар ҙа оло йәшкә етһәләр ҙә һәр яҡлап та йәштәргә үрнәк була белә. Ҡыш булһынмы, йәйме, көн һайын бергәләп йәйәүләп йөрөүҙе лә улар ғәҙәткә индергән.
— Барлыҡ яугирҙар ата-әсәйҙәрен шатландырып тыуған яҡтарына иҫән-имен генә ҡайтһын, – тигән теләктәр теләп, киләсәккә өмөт, ышаныс менән баға улар.
Зәйтүнә апай менән Сәйеф ағайҙың әйткәне алдарына килһен. Ҡартайған көндәрендә һалдат улдарының хөрмәтен генә татып йәшәргә яҙһын уларға.
Иле өсөн таяныс булған һалдат үҫтергән атай-әсәй үҙе лә һоҡланыуға, ғорурланыуға лайыҡ.
Резеда Шәнгәрәева.
Автор фотоһы.