Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
19 Октябрь , 09:00

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә

“Аныҡ эштәр” — “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк проекты. Уның һөҙөмтәһендә республика халҡы йәнтөйәген төҙөкләндереү мөмкинлегенә эйә.

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә
Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә

— “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты артабан да эшләйәсәк. Һәр мәсьәлә, һәр проблема аҡса талап итә. “Аныҡ эштәр” проекты һөҙөмтәһендә мәсьәләләр тиҙ хәл ителә, — тип һөйләй “Берҙәм Рәсәй” партияһының Мишкә районындағы бүлегенең башҡарма секретары Наталья Шамшиева. — Проект Башҡортостан Республикаһы ҡалалары, райондары, ауыл биләмәләрендәге көнүҙәк проблемаларҙы граждандар инициативаларын һайлап алыу һәм өҫтәмә ресурстар йәлеп итеү юлы менән бергәләп хәл итеүгә йүнәлтелгән. Проект сиктәрендә аҡсалар ҡалалар һәм райондар араһында халыҡ һанына ҡарап бүленә. Ул идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеүгә һәм территориялар үҫешенең алдынғы йүнәлештәрен билдәләүгә граждандарҙы йәлеп итеү менән башҡа проекттарҙан айырылып тора.

Мишкә районында 2015 йылдан быйылға тиклем 175 объект төҙөкләндерелде, уларға 22 миллиондан артыҡ аҡса йүнәлтелгән. Проекттың төп идеяһы — уны тормошҡа ашырыуҙа халыҡтың да ҡулынан килгәнсә ҡатнашыуы. Әгәр ҙә халыҡ нимәнелер эшләүгә үҙенең көсөн йәки аҡсаһын һалһа, ҡағиҙә булараҡ, был әйбер ҡәҙерле була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, граждандар күп ваҡыт инициатива күрһәтмәй. Һүҙ халыҡтың проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы тураһында бара. Бәләкәй генә булһа ла өлөш индерергә тейештәр. Билдәле, ауылда халыҡ бай йәшәмәй. Шуға ла бер кем дә аҡса биреүҙе генә талап итмәй. Финанс яҡтан булышып булмай икән, башҡаса ярҙамлашырға мөмкин: килеп сәскәләр ултыртырға, кәртәне буятырға, бәүелсәкте ҡуйырға, мәҫәлән. Бер кемдең дә күршеһе менән ҡуйған кәртәне ватырға ҡулы бармаҫ, йәки әсәһе менән ултыртҡан сәскәне бала тапамаҫ. Ҡулыңдан килгәнсә ниндәйҙер дөйөм изге эштә ҡатнашыу совет осоро заманының яҡшы традицияларына барып тоташа.


“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлеге вәкилдәре проект буйынса тормошҡа ашырылған объекттарға сыға. Уларҙы асыу төрлө формаларҙа үтә — тантаналы сара, халыҡ йыйылышы, мәктәптә линейка, сәй табыны артында ихлас аралашыу булырға ла мөмкин. Халыҡ ауыл проблемаһын хәл итеүгә һәр ваҡыт рәхмәтле, тәҙрәләр ҡуйыла, түбәләр, иҙәндәр, обелискылар ремонтлана, ут, янғынға ҡаршы сигнализация үткәрелә һәм башҡалар. Ә урындағы бүлек етәкселеге проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаттары тапшыра.
Районда йыл башынан “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Яңы Аҡбулат ауылы клубында, үҙәк китапханала, Ирсай ауыл китапханаһында, Камай, Ленинское ауылдары мәктәптәрендә тәҙрәләр алмаштырылды. Проект ярҙамында Татарбай, Баймырҙа, Ҡайраҡ ауылдары урамдарына ут ҡуйылды. Оло Сухояз ауылы мәктәбендә 160 мең һумға янғын сигнализацияһы урынлаштырылды.
Ҡыйғаҙытамаҡ, Изимари, Озерки ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арнап төҙөлгән обелискылар төҙөкләндерелде.
Бөрөбаш ауылы мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө 1 сентябргә бүләк итеп йылы иҙәнле булды. Тантанала мин дә ҡатнаштым, балаларҙың күҙҙәре янып тора. Улар шатланып шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Ә киләһе йылға улар кочегарка төҙөргә заказ бирҙе, сөнки әлегеһе бик иҫкергән.
Кесе Нәкәрәк урта мәктәбендә 68 616 һумға бинаға ремонт эшләнгән.


Ауыл клубтары ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Ҡарғала, Бөкләнделә биналар ремонтланды. Ә Уръяҙы ауылы халҡына оҙаҡламай ҙур бүләк булып ремонттан һуң фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Бында пластик тәҙрәләр һатып алынды һәм ҡуйылды. Ә былтыр ошо проект буйынса бинаның түбәһе ремонтланғайны. Оҙаҡламай Мәүлит һәм Баймырҙа ауылдарында урам яҡтылығы системаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.


Венера Әғләмова.
Мишкә районы.

Автор:
Читайте нас: