Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
17 Октябрь , 16:14

Уңыштар һиңә, Бөрө йондоҙо!

Йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ Мәскәүҙе яуланы

Уңыштар һиңә, Бөрө йондоҙо!
Уңыштар һиңә, Бөрө йондоҙо!

29 сентябрь Бөрө халҡы һәм бәләкәй Милана өсөн айырыуса тулҡынландырғыс булды. Был көндө НТВ каналында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн ойошторолған «Һин – супер!» («Ты – супер!») халыҡ-ара вокал проектының һигеҙенсе миҙгелендә ҡатнашыусыларҙың сығышын күрһәттеләр. Унда сағыу тауышы менән Бөрө ҡыҙы Милана Богданова ла ҡатнашты.

Милана – ҡаланың 3-сө урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы. М. Бәширов исемендәге Бөрө Балалар сәнғәт мәктәбенең “Яңғыҙ йыр” бүлегендә икенсе йыл шөғөлләнә, ә вокал менән ете йәшендә ҡыҙыҡһына башлай. Бер нисә тапҡыр район һәм республика күләмендәге ижади фестивалдәрҙә ҡатнашҡан. Әлбиттә, бәләкәй ҡыҙға үҙенең талантын асырға һәм үҫтерергә тәрбиәгә алған ата-әсәһе Дилара һәм Рәис Лоҡмановтарҙың ярҙамы ҙур.
– Беренсе осрашыуҙа уҡ бер-беребеҙгә тартылдыҡ, әйтерһең, күптән бер-беребеҙҙе беләбеҙ. Милана ете йәшендә үҙенең яратҡан әсәһен юғалтҡандан һуң бер ай балалар йортонда тәрбиәләнә. Ул туғанымды хәтерләтте. Бына хәҙер өс йыл бергәбеҙ, – ти Дилара Әғәрәф ҡыҙы.
Милана ата-әсәһе инициативаһы менән былтыр уҡ тапшырыуҙа ҡатнашырға теләк белдергән. Ләкин ул ваҡытта заявка ҡабул ителмәй. Быйыл уға бәхет йылмая. Тәү сиратта видеола үҙе менән таныштырырға, йырларға һәм анкета тултырырға тейеш була. Саҡырыу ҡағыҙы килгәндә ябай булмаған өйгә эш тә бирелә: бер нисә номер әҙерләргә һәм бер аҙна эсендә ете йыр ятларға. Онлайн-кастингты уңышлы үткәндән һуң, ыңғай яуап килә. Бына шулай ябай Бөрө ҡыҙы әсәһе менән баш ҡаланы яуларға юлға сыға. Бер ай буйына Мәскәүҙең “Космос” ҡунаҡханаһында түләүһеҙ йәшәү һәм ашау ойошторола.
— Тотош август көн һайын шөғөлләндек, вокал буйынса дәрестәр булды. Миңә Рәсәйҙең поп-йырсыһы Юлия Зиверттың репертуарынан "Wake up" йырын һайланылар. Съемкаларҙа ҡатнаштым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һайлап алыу турында тулҡынланыуым насар йоғонто яһаны, йырым ноталарға тура килмәне, тауышым ҡалтыраны, – ти Милана ул ваҡыттарҙы иҫләгәндә.
Проекттың жюри составы ла дәрәжәле йырсыларҙан тора: Игорь Крутой, Ани Лорак, Люся Чеботина, Алексей Воробьев. Шуныһы ҡыуаныслы, уларҙың дүртәүһе лә йәшел уттарын яҡтырта һәм йәш йырсыға изге теләктәрен еткерә. Тәүге биш финалсы исемлегенә инә алмауы өсөн борсолмай Милана. Етмәһә, конкуренттары араһында иң кесеһе ул була. “Ошондай мәртәбәле конкурста ҡатнашыу минең өсөн ҙур тәжрибә. Үҙемдең хаталарымды аңланым, нимә өҫтөндә эшләргә кәрәклекте беләм”, – ти ул хәбәрен ихлас дауам итеп.
Милананың музыка буйынса уҡытыусыһы Галина Комзолова: “Милана – бик тырыш, һәләтле ҡыҙ. Проектта уға ҡатмарлы, үҙ йәшенә тура килмәгән йыр башҡарырға тура килде. Уҡыусыма тағы ла алға ынтылырға, теорияны практикала ҡуллана белергә өйрәнергә, күберәк үҙ өҫтөндә эшләргә кәрәк”, – ти.
Йәш йондоҙ барлыҡ башланғыстарын, ҡыҙыҡһыныуҙарын, эштәрен хуплаусы һәм ярҙам ҡулы һуҙыусы әсәһе Дилара Әғәрәф ҡыҙына рәхмәтле. Был турала ул НТВ-ға биргән интервьюһында ла әйтергә онотманы.
Ҡыҙыҡһыныусан һәм алсаҡ Миланала Мәскәү матур тәьҫораттар ҡалдырған. Маҡсатлы тиҫтерҙәре менән аралашыу, баш ҡаланың билдәле урындарына тамаша ҡылыу, музей һәм күргәҙмәләрҙә булыу, зоопаркта был яҡта осрамаған хайуандарҙы күреү, йәнә Останкино башняһы, Ҡыҙыл майҙан, ыңғай хис-тойғолар – былар барыһы ла уның кескәй күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Ә күптәнге хыялының тормошҡа ашыуы – популяр йырсы Milana Star концертында булыу үҙе бер тылсымлы байрамға әйләнә.
Ҙур телепроектта ҡатнашып, Мәскәүҙе яулаған ҡыҙҙың ғәҙәти тормошо дауам итә: мәктәпкә йөрөй, музыка менән шөғөлләнә. Тағы ла һүрәт төшөрөргә, алмазлы мозаика йыйырға, сәйләндән төрлө биҙәүестәр эшләргә ярата. Хыялы – бәйләргә өйрәнеү, вокал уҡытыусыһы булыу һәм Байкалды күреү. Милананың бар теләктәре тормошҡа ашыр һәм шундай хәстәрлекле ата-әсә тәрбиәһендә киләсәге лә яҡты булыр, тигән ышаныстабыҙ.

Ғәлиә ҒәниевА.

Автор:
Читайте нас: