Һәр ғаилә тарихына ҡағылған дәһшәтле һуғыштың тамамланып, батыр совет һалдаттарының илебеҙгә Еңеү ҡайтарғандарына 77 йыл тулыу мәлдәрендә әле имен ветерандарыбыҙға бар хөрмәтебеҙҙе белдереп ярҙам итергә тырышабыҙ. “Ветеран йорто янында парад” акцияһы Ҡариҙел ауылында традицияға инеп китте. Сөнки ветерандарыбыҙ оло йәштә, сәләмәтлектәре сикләнгән булыуы сәбәпле, улар төп байрам сараларында ҡатнаша алмай. Шуға ла тап ошо акция ярҙамында Еңеү һалдаттарын тәбрикләргә форсат тейә. Ҡариҙел 2-се урта мәктәбенең уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы һуғыш ветераны Хөсәйенов Рәхимйән Фәхрислам улы йәшәгән йорт янына тигеҙ сафта атлап уҙҙылар. Уҡыусылар ветеранды байрам менән ҡотланы, Еңеү өсөн рәхмәттәрен еткерҙе, эстәлекле хаттар тапшырҙы. Бына шулай парад матур хөрмәт сараһына әйләнде. Ветераныбыҙға сәләмәт ғүмер теләйбеҙ.
Гөлнара Солтанова.