Халҡыбыҙ 9 Май - Еңеү көнөндә илебеҙҙең ҡеүәтен бөтә донъяға күрһәткән хәрби парадты зәңгәр экрандар аша ҡарарға тырыша. Һалдаттар һәм офицерҙар тигеҙ сафтарҙа Ҡыҙыл майҙан буйлап үткәндә күнелдәребеҙҙе армиябыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе биләй. Ә бына Урмияҙ ауылы егете Илсур Наил улы Дәүләтшинға Мәскәүҙә хәрби парадта Кремль стеналары эргәһенән марш менән үтеү бәхете тейгән. Был шатлыҡлы минуттар, әлбиттә, уның хәтерендә мәңгелеккә ҡаласаҡ.
Илсур былтыр июль айында хәрби хеҙмәткә юллана. Уға тиклем Асҡында Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында машинист-тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Спорт менән шөғөлләнгән мыҡты кәүҙәле егет Севастополь Ҡыҙыл байраҡлы 27-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһына эләгә. Махсус курстар үтеп, Мәскәүҙә хеҙмәт итә. Илсур әйтеүенсә, хәрби парадта 220 кеше һайлап алалар. Репетициялар ғинуарҙа уҡ башлана. Көндәлек күнекмәләр һөҙөмтәһендә егеттәр Еңеү көнөндә барыһын да һоҡландырып хәрби парадта үтә.
Әлбиттә, 2022 йылдың 9 майы - илебеҙҙең хәрби парадында ҡатнашыу Илсурҙың ғүмерендә иҫтәлекле һәм тантаналы көн булып һаҡланасаҡ.
Һәр ерҙә үҙен өлгөлө һалдат итеп күрһәткән яҡташыбыҙға иҫән-имен хеҙмәтен тултырып, тыуған ауылына ҡайтыуын теләйбеҙ.
Наилә Имаева.