Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
10 Май 2022, 11:40

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Бөйөк Еңеү көнөндә район Мәҙәниәт йорто фойеһында “Асҡын районының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө» тигән күргәҙмә эшләне.

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай


9 Май – Еңеү көнөндә тантаналы митинг тамамланғас, сарала ҡатнашыусы мәртәбәле ҡунаҡтар Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов етәкселегендә район Мәҙәниәт йорто фойеһында “Асҡын районының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө» тигән күргәҙмә менән танышты.

Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ноғоманова райондаштарыбыҙҙың Бөйөк Еңеүгә индергән ҙур өлөшө хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин, Сергей Дмитриевич Пономарев, Степан Александрович Казаков, Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов, Мирзалихан Ғәбит улы Ғәбитов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Асҡын районынан ете меңгә яҡын кеше һуғышҡа алына, шуларҙың 2376-һы ғына әйләнеп ҡайта. Дүрт меңдән ашыу кеше яуҙа һәләк була. Бөгөн районыбыҙҙа бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шул иҫәптән бер концлагерь тотҡоно йәшәй.

Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы бай материалды мәңгеләштереү, билдәһеҙҙәрен тергеҙеү буйынса башҡарылған эштәр һәм унда ҡәҙерләп һаҡланған экспонаттар тураһында бәйән итте.

Наилә Имаева.

 

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Читайте нас: