Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
9 Май 2022, 22:40

Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө

Балтас районында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы уңайынан байрам “Ҡайғылы әсә” мемориалы янында тантаналы митинг менән башланды.

Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө
Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө

Район хакимиәте башлығы һәм килгән ҡунаҡтар яугирҙар иҫтәлегенә сәскә һалды. Хакимиәт башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев ветерандарҙы, ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлап, сығыш яһаны. Райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Ғәли Сәрүәретдинов, Советтар Союзы Геройының улы, запастағы подполковник Владислав Шакиров ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.
Ҡаһарман яу ҡорбандары хөрмәтенә, һуғышта һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.
Йылдағыса уҡыусылар,хеҙмәт коллективтары  парады үтте.
Парадты «Үлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы алыштырҙы. Районыбыҙҙың үҙәк урамы буйлап 100-ҙән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының портреттары менән үтте.Байрамды һәүәҫкәр артистар тарафынан әҙерләгән концерт программаһы дауам итте. 

Гөлназ Ғәлләмова.

Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө
Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө
Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө
Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө
Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө
Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө
Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө
Читайте нас: