Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
9 Май 2022, 10:00

Утты, һыуҙы кискән яугир

Заһит Рәхимйән улы Әхтәриев йәш быуынға илһөйәрлек өлгөһө булып тора

Утты, һыуҙы кискән яугир
Утты, һыуҙы кискән яугир

Онотолмаҫ 1945 йылдағы кеүек үк 9 Май бөгөн дә Ватаныбыҙ тарихындағы иҫтәлекле дата ғына түгел, ысын мәғәнәһендә бөтөн халыҡ байрамы булып ҡала. Ул яҡшылыҡтың яманлыҡты еңеүен, хаҡлыҡ һәм ғәҙеллектең тантана итеүен, имен киләсәккә яҡты өмөттәрҙе кәүҙәләндерә.

Борай  районынан Бөйөк Ватан һуғышында 14 меңдән ашыу  кеше ҡатнашҡан. Шуларҙың 77-һе — ҡатын-ҡыҙ, ете меңдән ашыу яҡташыбыҙ яу ҡырҙарында башын һала. Был ҡаһармандарҙың исемдәре халҡыбыҙ күңелендә батырлыҡ һәм Ватанға мөхәббәт символы булып йәшәй.
Беҙҙең райондан өс Советтар Союзы Геройы сыҡҡан. Ҙур Баҙраҡ  ауылынан Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов, Бигәнәй ауылынан Сәхип Нурлығаян улы Майский,  Кәшкәләү ауылынан  Әхмәт Закир улы Закиров Бөйөк Ватан һуғышы тарихына мәңгегә инеп ҡалды.
Тылда ла тиңдәшһеҙ батырлыҡтар күрһәтә райондаштарыбыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар, йәш үҫмерҙәр, шул осор балалары тәүлегенә 12-14-әр сәғәт эшләп, фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп тора. Хеҙмәтегеҙ өсөн, йоҡоһоҙ үткән төндәрегеҙ, тол ҡалыуҙан ҡойған йәштәрегеҙ өсөн һеҙҙең алда мәңге бурыслыбыҙ, хөрмәтле тыл ветерандары!
Ваҡыт үткән һайын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һаны кәмей бара. Бөгөн районыбыҙҙа ни бары алты яугир ҡалды. Шуға күрә лә батырҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштерергә, үҙебеҙҙең арала йәшәүсе ветерандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә хәстәрлек һәм ихтирам күрһәтеп, бала саҡтан таныш булған “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай” тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе тормошҡа ашырырға тейешбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышына Ҡоҙаш ауылынан 247 кеше китә, шуларҙың ни бары 109-ы ғына кире әйләнеп ҡайта. Улар араһында  ветеран Заһит Рәхимйән улы Әхтәриев та була. Ул 1926 йылдың 10 июлендә Ҡоҙаш ауылында тыуған. 17 йәше тулыр-тулмаҫ уны һуғышҡа алалар.  1943-1944 йылдарҙа Корея һәм Ҡытай сигендә  кесе сержант булып хеҙмәт итә. Ул Йыраҡ  Көнсығыш фронтында һуғыша.  Кореяны азат итеүҙә ҡатнаша.  “Кореяны азат иткәне өсөн”, “Японияны еңгәне өсөн” миҙалдары һәм    II  дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. 1944 йылдың авгусында Сейсек ҡала штурмында, аҙаҡ Канко ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Совет ғәскәрҙәре 1947 йылда Кореянан сыға. 1950 йылдың 1 апреленә тиклем артиллерия полкында  разведчик булып хеҙмәт итә. Шул уҡ йылды демобилизациялана һәм сентябрь айында ғына бары тик уға тыуған яғына ҡайтыу насип була.
Оло хөрмәткә лайыҡ ветеран тыныс тормошта ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, йәш быуынға илһөйәрлек өлгөһө күрһәтә. Заһит Рәхимйән улы 1950-1952 йылдарҙа — Ҡуҙбай ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте   рәйесенең сауҙа буйынса урынбаҫары, 1953-1959 йылдарҙа   ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте   рәйесе булып эшләй. 1955 йылдан алып ул КПСС партия ағзаһы булып тора. Ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан,  Заһит Рәхимйән улы һәр саҡ белемгә ынтыла. 1959 йылдың  мартынан 1962 йылға тиклем  Силәбе ҡалаһының  совет партияһы мәктәбендә уҡый. Партияның район комитеты инструкторы, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты директоры, Ҡуҙбай ауыл Советы рәйесе вазифаларын оло яуаплылыҡ менән башҡара. Һуңынан Карл Маркс исемендәге колхозда агроном булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Заһит Рәхимйән улы Әхтәриев тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн утты-һыуҙы кискән ветеран Ҡуҙбай ауылында ғүмер кисерә. Уның хәлен белергә әленән-әле балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтып тора. Район һәм ауыл сараларында әүҙем ҡатнаша, байрамдар менән ҡотлай,  балаларға, йәштәргә үҙенең теләктәрен, кәңәштәрен еткерә.

Гөлназ Ханова.

Утты, һыуҙы кискән яугир
Утты, һыуҙы кискән яугир
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: