Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
9 Май 2022, 14:45

Еңеү парадында - легендар «Т-34»!

Ҡариҙел ауылында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы киң билдәләнелде.

Еңеү парадында - легендар «Т-34»!
Еңеү парадында - легендар «Т-34»!

Ҡариҙел ауылындағы үҙәк майҙан бөгөн халыҡ менән тулы. Һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡ йылмая, сөнки ҡояш та наҙлы нурҙары менән Еңеү байрамына арналған сараларға килеүселәрҙе иркәләй. Иртүк хәрби-патриотик йырҙар яңғырай, күптәр хәрби кейемдәрҙә, байрам транспараттары менән бер рәттән “Үлемһеҙ полк” колоннаһында ҡатнашасаҡ олатайҙары, инәй-өләсәйҙәре портреттарын тотҡан.
Байрам тантанаһы район хакимиәте алдынан башланды. Бында уҡыусылар, йәш армеецтар, хеҙмәт коллективтары “Үлемһеҙ полк” колоннаһына теҙелде. Артабан улар тәғәйенләнгән урынға тиклем ғорур аҙымдар менән хәрәкәт итте.

Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда төп саралар киң йәйелдерелде. Ситтәрәк Фронт бутҡаһы беште, ашнаҡсы ҡыҙҙар һәр кемде һыйларға тырышты. Матур итеп биҙәлгән майҙан халыҡ менән тулған, улар араһында һуғыш йылы балалары, тыл хеҙмәтсәндәре моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла йылмайыуҙары менән айырылып тора. Уларҙың рәттәрен район хакимиәте башлығы Шәйҙуллин Айҙар Әнғәм улы, уның барлыҡ урынбаҫарҙары, төрлө өлкә етәкселәре тулыландыра.

Район мәҙәниәт бүлеге артистарының театрлаштырылған тамашаһын ҡарағандан һуң, Айҙар Әнғәм улы район халҡын Бөйөк Еңеү көнө менән тәрбрикләне. Хәрби комиссар Аксенов Александр Викторович та ялҡынлы телмәр тотто.
Унан һуң күктә төрлө төҫтәр менән Еңеү салюты балҡыны. Шул ваҡыт урам буйлап хәрби техника парады хәрәкәте башланды. Майҙандағылар геү килеп уларҙы сәләмләне. Парадтың күрке булып, әлбиттә, легендар “Т-34” танкыһы булды. Уны йөрөтөү хоҡуғы быйыл яҡташыбыҙ Кәрим Сәйфуллинға бирелде.
Байрам саралары Еңеү һәм Хәтер паркында дауам итте. Бында Мәңгелек ут һәм “Воину-освободителю” обелискы алдында сәскәләр һалынды. Митинг барышында бер минут тынлыҡта яуҙаштарыбыҙ, яугирҙарыбыҙ иҫкә алынды.
Бала-сағалар атай-әсәйҙәре, ҡартатайҙары менән парктағы хәрби техника, “Т-34” янында фотоға төштө. Шулай үҫеп килгән быуынға был техниканы күргәҙмәләрҙә генә күрергә яҙһын ине. Шағир һүҙҙәре менән “дошман йөҙөн дә прицел аша” түгел, тик һүрәттәр-киноленталарҙан аша ғына ҡарап татыһындар.
Ҡариҙел майҙанында байрам концерты үҙ тамашасыһын йыйҙы. Һәр кем йәштән тыңлап үҫкән популяр хәрби йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе яратып ҡараны. Спорт һөйөүселәр “Ҡариҙел” стадионына футбол, волейбол, баскетбол уйындарын ҡарарға йүнәлде. Мәҙәниәт һарайында шахматсылар көс һынашты. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары Район хакимиәте башлығы призына ойошторолған еңел атлектика буйынса ярыштарҙа ҡатнашты.

Гөлнара Солтанова.

Еңеү парадында - легендар «Т-34»!
Еңеү парадында - легендар «Т-34»!
Еңеү парадында - легендар «Т-34»!
Еңеү парадында - легендар «Т-34»!
Еңеү парадында - легендар «Т-34»!
Еңеү парадында - легендар «Т-34»!
Еңеү парадында - легендар «Т-34»!
Читайте нас: