Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
9 Май 2022, 08:20

Бер кем дә онотолмай

 Ҡариҙел районының барлыҡ ауыл биләмәләрендә Бөйөк Еңеү көнө уңайынан ойошторолған киң байрам саралары үтте.

Бер кем дә онотолмай
Бер кем дә онотолмай

 

Һәр торлаҡ пункттарҙа тиерлек Бөйөк Ватан һуғышы ҡырҙарында һәләк булған яугирҙарға арналған һәйкәлдәр, стелалар, обелискылар бар. Уларҙың һәр береһе байрам хөрмәтенә илһөйәрҙәр тарафынан таҙартылды, буятылды, ағартылды. Һәм бына шул изге урындарҙа митингылар уҙҙы.
Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы башлығы Тагариев Чулпан Зәки улы етәкселегендәге делегация ошо ауыл биләмәһенә ҡараған барлыҡ ауылдарға барып байрам сараларын ойошторҙо. Тигермән ауылында улар яҡташтары Советтар Союзы Геройы Миңләхмәтов Нурлы Миңләхмәт улының ҡәберенә барып сәскәләр һалды. Чулпан Зәки улы Еңеү хаҡына, тыныс тормош өсөн йәнен фиҙа ҡылған яугирҙарҙың береһе лә онотолмай, һәм уларҙың хәтирәләрен, батырлыҡтарын киләсәгебеҙ өсөн еткерергә хоҡуҡлыбыҙ, тине митингыла. Ошо уҡ ауылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шанлы йылдарҙың тере шаһиты Ғайсин Әнғәм Ғайса улы йәшәй. Мәктәп уҡыусылары менән берлектәге делегация ветеранды, уның хәләл ефетен 77-се Еңеү байрамы менән тәбрикләне, сәләмәтле ғүмер теләне. Артабан ауыл активистары Иҫке Аҡбүләк, Яҡуп ауылдарындағы обелискыларға барып тантаналар үткәрҙеләр.

Гөлнара Солтанова.

Бер кем дә онотолмай
Бер кем дә онотолмай
Бер кем дә онотолмай
Бер кем дә онотолмай
Бер кем дә онотолмай
Бер кем дә онотолмай
Читайте нас: