Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
9 Май 2022, 15:55

Беҙ – Еңеү бүлә-бүләсәрҙәре!

Ошондай исем аҫтында Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары бөгөн сафта уҙҙы.  

Беҙ – Еңеү бүлә-бүләсәрҙәре!
Беҙ – Еңеү бүлә-бүләсәрҙәре!

Мәктәп коллективы ауыл урамдары буйлап “Үлемһеҙ полк” колоннаһы менән клубҡа тиклем барҙы. Бында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған митинг ойошторолдо.

Ауылдаштарын мәктәп директоры, ауыл Советы депутаты Вәғизов Әлфрит Хәсән улы байрам менән тәбрикләне. Әлфрит Хәсән улы илһөйәрлек тойғоларының көнүҙәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сөнки бөгөн дә Рәсәй яугирҙары тыныс тормош өсөн аяулығын юғалтмай, Украинала барған махсус операция әле лә беҙҙе борсоуға һала, Рәсәй өсөн беҙ берҙәм булырға тейешбеҙ, тип билдәләне ул. Илебеҙ өсөн, һәр саҡрым, ауыл-ҡала, урман-һыу, уба-яландар өсөн барған ҡаты алыштарҙа күпме яугирҙарыбыҙ, ҡаһармандарыбыҙ башын һалған. Быларҙың барыһын да үҫеп килгән быуынға еткереү – беҙҙең изге маҡсаттарыбыҙҙың береһе. Шуға ла был сара бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Әйтергә кәрәк, Абыҙ ауылында бындай сара тәүге тапҡыр ойошторолдо (мәктәп өсөнсө йыл ғына эшләп килә), артабан иһә ул традицияға инеп китер, тип ышанабыҙ.

Гөлнара Солтанова.

Беҙ – Еңеү бүлә-бүләсәрҙәре!
Беҙ – Еңеү бүлә-бүләсәрҙәре!
Беҙ – Еңеү бүлә-бүләсәрҙәре!
Беҙ – Еңеү бүлә-бүләсәрҙәре!
Беҙ – Еңеү бүлә-бүләсәрҙәре!
Читайте нас: