Хәрби подразделениелар һәм хеҙмәт коллективтары парады тамамланыуға, асҡындар «Үлемһеҙ полк» ка теҙелде. Меңәрләгән кеше – кемдер – атаһының, кемдер ағаһының, олатаһының фотоһүрәтен ғорур күтәреп урамдарҙан үтте.
Иң алда районыбыҙҙан сыҡҡан биш Советтар Союзы Геройының портреттарын тотоп, «йәш армиясы»лар уҙҙы. Акцияла ҡатнашыусылар төркөмө Совет урамынан Пионер урамы буйлап район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға атлап килде. Шуныһы ҡыуаныслы, оло йәштәгеләр менән бөгөн портрет тотҡан кескәй генә балалар ҙа йәнәш атлауына шаһит будыҡ. Тимәк, йәнен һәм көсөн аямай тыныслыҡ, азатлыҡ өсөн һуғышҡан атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ хаҡында хәтер йәшәйәсәк! Иң мөһиме: был көндө беҙ бер ҡасан да онотмаҫҡа һәм һәр саҡ иҫләргә тейешбеҙ!
Асҡын районында үҙ геройы булмаған ғаилә юҡ. “Үлемһеҙ полк” – ул сираттағы тапҡыр ата-бабаларыбыҙға, олатайҙарыбыҙға Еңеү өсөн рәхмәт әйтеү мөмкинлеген бирҙе. Бөгөн батырҙар рухы терелеп, «Үлемһеҙ полк»ка йәш быуын йән өрҙө. Әйтерһең, олатайҙар ейән-бүләләре менән бергә атланы! Тыныс тормош бүләк итеүсе яҡындарыбыҙ беҙҙең арала бөгөн инде булмаһа ла, исемдәре Бөйөк Еңеү булып ҡайтты!
Наилә Имаева.