Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
9 Май 2022, 10:15

Балҡый ерҙә 77-се Еңеү яҙы!

Бөгөн Асҡын ауылында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған байрам саралары Еңеү паркында Мәңгелек утҡа һәм район хакимиәте алдында Хәтер мемориалына сәскәләр һалыуҙан башланды.

Балҡый ерҙә 77-се Еңеү яҙы!
Балҡый ерҙә 77-се Еңеү яҙы!

 

Тантаналы митингыла Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, район Советы рәйесе Руслан Ғәлләмов,  Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың Мәғариф,мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, яҡташыбыҙ Әлфис Ғаязов, район етәкселеге, хеҙмәт коллективтары, урындағы халыҡ ҡатнашты.

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланған хәрби подразделениелар парады иң тулҡынландырғыс һәм сағыу мәле булғандыр. Парад менән “Йәш армиясы”лар хәрәкәтенең урындағы штабы начальнигы Рөстәм Әбдрәхимов етәкселек итте.

 

Был турала тулыраҡ киләһе материалдарҙа уҡый алаһығыҙ.

 

Наилә Имаева.

 

 

Балҡый ерҙә 77-се Еңеү яҙы!
Балҡый ерҙә 77-се Еңеү яҙы!
Читайте нас: