Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
8 Май 2022, 19:50

Рәхмәт һеҙгә, Еңеү һалдаттары!

Бөгөн, 8 майҙа, Еңеү көнө алдынан Асҡын районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йорто алдында парад үтте.  

Рәхмәт һеҙгә, Еңеү һалдаттары!
Рәхмәт һеҙгә, Еңеү һалдаттары!


Бөгөн Упҡанкүл ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы Әхмәтзакиров һәм Ҡашҡа ауылында йшәүсе концлагерь тотҡоно Николай Иванович Васильев йорттары алдында байрам парадтары уҙҙы.

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, район Советы рәйесе Руслан Ғәлләмов, Асҡын һәм Ҡариҙел райондарының хәрби комиссары Александр Аксенов, район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәлин, ауыл биләмәһе башлыҡтары, етәкселәр, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ветерандарҙың туғандары, яҡындары ҡатнашты.

Ветерандарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотлап: ”1945 йыл яҙындағы шатлыҡ һәм тыныс тормош өсөн рәхмәт һеҙгә, ветерандар! Шул бәхетле май көнөнән нисә йыл үтте, шулай ҙа йыл һайын 9 май йөрәк ҡыуаныстан һәм ҡайғынан ҡыҫыла! Һеҙгә оҙаҡ йылдарға һаулыҡ, бәхет һәм тыныс күк йөҙө теләйем. Һеҙҙе һәр ваҡыт яҡындарығыҙҙың мөхәббәте, ихтирамы һәм хәстәрлеге уратып алһын, тормошоғоҙ тыныс, бәхетле һәм шатлыҡлы булһын!" - тине тәбрикләү сығышында Динис Рәдис улы.

Ветерандар алдында тигеҙ сафтарҙа Афған һуғышы ветерандары һәм «Йәш армиясы»лар тантаналы марш менән үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иһә музыкаль күстәнәс әҙерләгәйне.

Наилә Имаева.

Рәхмәт һеҙгә, Еңеү һалдаттары!
Рәхмәт һеҙгә, Еңеү һалдаттары!
Рәхмәт һеҙгә, Еңеү һалдаттары!
Рәхмәт һеҙгә, Еңеү һалдаттары!
Рәхмәт һеҙгә, Еңеү һалдаттары!
Читайте нас: