

Районыбыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған "Георгий таҫмалары" Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы әүҙем бара.
Бөйөк Еңеү байрамы алдынан "Георгий таҫмалары" Бөтә Рәсәй патриотик акцияһына Солтанбәк урта мәктәбе ирекмәндәре лә уҡытыусылары етәкселегендә дәррәү ҡушылды һәм ауылда халыҡ күп йөрөгән урындарҙа хәтер һәм хөрмәт билдәһе булған Георгий таҫмаларын таратты.
Һуғыш юлы үткән ветерандар, яу ҡырында ятып ҡалған һалдаттар, тыл эшсәндәре, ҡыҫҡаһы, еңеү өсөн тырышҡан һәр береһен иҫкә алыу, уларға хөрмәт күрһәтеү маҡсаты менән ойошторола был акция. Хәрби дан, еңеү символы булған был таҫма йөрәк тапҡырына тағыла.
Ҡаһарман батырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу ғына түгел, үҫеп килеүсе йәш быуындың күңелендә патриотик рух тәрбиәләү сараһы ла ул.
Наилә Имаева.
#АйыҡауылСолтанбәк2021
#Трезвоесело2021Султанбеково
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы
#ВсемирныйКурултайБашкир
#Аскинскийрайон
#Георгиевскаяленточка
#Волонтеры