

Күптән түгел 1921 йылда тыуған Петр Макарович Батурин фотоһын килтерҙеләр. Ул Бөрө районы Сунеев ауылында тыуған һәм 1941 йылдың июнендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. Танк полкы составында Польшаға тиклем барып етә. Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Награда документында: “ Гвардия старшинаһы Петр Макарович Батурин 1945 йылдың 23 мартында Данциг өсөн барған яуҙарҙа яралана. Хәрәкәт иткән армияла 1942 йылдың июненән хеҙмәт итә. Ике тапҡыр яралана һәм бер тапҡыр контузия ала.
1945 йылдың 23 мартынан һөжүм иткән яуҙарҙа иптәш Батурин үҙен ҡыйыу һәм ҡурҡыу белмәҫ хәрби итеп күрһәтә. Механик-водителдәргә ваҡытында ярҙам күрһәтеп, үҙенең батареяһында бер машинаның да сафтан сыҡмауына өлгәшә.
Тыныс тормошта Петр Макарович геолог-эҙләнеү контораһында, юл-төҙөү идаралығында водитель булып эшләй. Тылда ла яуҙағы кеүек яуаплы һәм тырыш була. Фронтовиктар башҡаса булдыра ла алмай. Тормош иптәше Таисия Петровна ла үҙе кеүек хеҙмәт һөйөүсән, көслө рухлы була.
Инде Батуриндарҙың икеһе лә мәрхүм. Улар тураһындағы яҡты иҫтәлектәр ике балаһы, дүрт ейән-ейәнсәре һәм бер бүләһе күңелендә һаҡлана.
Степан Чиглинцев фотоһы.