Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
8 Май 2022, 15:35

Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!

Бөгөн Солтанбәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған саралар ҙур ойошҡанлыҡ менән юғары кимәлдә үтте.  

Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 77 йыл тулһа ла, илебеҙ халҡы һымаҡ Бөйөк Еңеү байрамын солтанбәктәр ҙә шатлыҡ һәм ғорурлыҡ хистәре менән, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер тулҡынланыу, тетрәнеү менән ҡаршы ала. Шулай булмай, утлы йылдарҙың шаңы һәр ғаиләгә, һәр йортҡа ҡағыла, күпме бала - атайһыҙ, күпме әсә - улһыҙ, күпме ҡатын ирһеҙ тороп ҡала?!

Һандарға күҙ һалайыҡ: Бөйөк Ватан һуғышына Солтанбәк ауылынан 127 ир-егет китә, шуларҙың 86-һы яу яландарында ятып ҡала, тик 41-е генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә беҙҙең арала юҡ. Афған һуғышы ветерандары Рәзиф Садыҡов, Илһам Суфиянов, Ғаяз Имамов һәм Чечня ерендә хәрби бурыстарын үтәүсе ир-егеттәр йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҡатнаша. Бөгөнгө көндә дүрт егет хәрби хеҙмәтте намыҫлы үтәй. Тыл ветерандарына һәм һуғыш осоро балалрына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Шөкөр, үҫеп килеүсе быуын да, беҙгә аяҙ күк бүләк иткән, киләсәккә өмөт тоҡандырған байрамдың мөһимлеген яҡшы аңлай. Шуға ла бөгөн иртә менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән олатайҙары һәм туғандарының портреттарын тотоп, байрам уҙасаҡ майҙанға ашыҡты. Һәр береһенең йөҙөндә һәм йөрәгендә - Еңеү рухы!

Байрамдың тантаналы өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Солтанбәктәрҙе байрам менән ҡотларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауылдың кураторы Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина килгәйне. Ул барыһын да район хакимиәте һәм үҙ исеменән иң изге байрам – Еңеү көнө менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен еткерҙе. Байрам уңайынан районыбыҙҙа ойошторолған саралар менән дә таныштырып, Солтанбәктә лә Еңеү көнөн ҙур әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән ҡаршы алыуҙарын билдәләне. Тимурсыларҙың һәм ирекмәндәрҙең ололарға ярҙам итеп тороуын, ауылды төҙөкләндереү, йылға буйҙарын таҙартыу, айыҡ, сәләмәт торомшто пропагандалау буйынса әүҙем эш алып барыуҙары өсөн ауыл халҡына рәхмәт белдерҙе. Артабан да шулай берҙәм булып, тик изге, күркәм эштәр менән Солтанбәкте данлап йәшәргә саҡырҙы барыһын да.

Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов та сараға йыйылыусыларҙы Еңеү көнө менән ҡотлап, изге теләктәрен белдерҙе. Алда торған саралар, планлаштырылған эштәр менән дә ҡыҫҡаса таныштырып үтте ул.

Яуҙа һәм Еңеү менән тыуған еребеҙгә ҡайтып һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, мәктәп уҡыусылары һәм ауылдың үҙешсән сәнғәттә ҡатнашыусылары тарафынан илһөйәрлек менән һуғарылған байрам концерты күрһәтелде.

Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һәм веноктар һалыу, “Үлемһеҙ полк” байрам сараларының иң тулҡынландырғыс өлөшө булғандыр, моғайын. Ололар ҙа, балалар ҙа Еңеү яулаусы туғандарының портреттарын тотоп, тигеҙ сафтарға баҫып урамдан атланы. Әйтерһең дә, портреттарҙағы батырҙар терелеп, балалары менән йәнәшә атланы... Бына шулай күҙ йәштәре аша балҡыған шатлыҡ хәтирәләр даръяһына алып инде.

Обелискыға сәскәләр һалғандан һуң, барыһы ла ауыл мәҙәниәт йорто алдында ойошторолған ялан кухняһында “һалдат бутҡаһы”н (бутҡаны тәмле итеп мәктәп ашнаҡсылары бешерә) ашаны, тәмлекәстәр менән самауыр сәйе эсте. Үҙ-ара ихлас аралашып, ҡунаҡҡа ҡайтыусылар менән күрешеп, хәл белешеп, яҡындарын иҫкә алып, байрамдан Еңеү рухы менән дәртәлнеп таралышты солтанбәктәр.

 

Наилә Имаева.

Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә!
Читайте нас: