Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
8 Май 2022, 21:00

Еңеү ағастарын ултырттылар

Солтанбәк ауылында «Атайҙар мәктәбе» ағзалары «Еңеү ағастары” тигән махсус акция ойоштороп, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм бала сағын һуғыш урлаған ауылдаштарға барып, баҡсаларына ағастар  ултыртты.

Еңеү ағастарын ултырттылар
Еңеү ағастарын ултырттылар

Тирә-яғыбыҙҙы йәшелләндереү, йәмлән­дереү маҡсатында ағас ултыртыу кеүек сауаплы эште солтанбәктәр йыл да ҙур теләк менән ихлас башҡара. Бөгөн иһә, Еңеү көнө алдынан, Солтанбәк ауылында «Атайҙар мәктәбе» ағзалары балалары менән «Еңеү ағастары” тигән махсус акция ойошторҙо. Данис Вәлинур улы Суфиянов етәкселегендә атайҙар балалары менән тыл хеҙмәтсәндәре, бала сағын һуғыш урлаған ауылдаштарға бары, баҡсаларына Еңеү ағасы - сейәләр ултыртты. Хәҙер уларҙың йыл да яҙын сейәләр сәскәһенә ҡыуанып, көҙҙө уларҙың емештәрен тәмләп үткәрәсәгенә иманыбыҙ камил. Бына шундай көтөлмәгән бүләк яһаны солтанбәктәр оло йәштәгеләргә!

Ысынлап та, йылдар үтһә лә, ҡәһәрле һуғыш һалған яралар һаман уңалмай. Үҙ иленең тарихын, атай-олатайҙарҙың батырлығын бөгөнгө быуын белеп йәшәргә тейеш. Тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, «Атайҙар мәктәбе» ағзалары балалары менән ошондай акция ойоштороп, уның асылын ҡыҙ һәм улдарына аңлатты, һуғыш килтергән ауырлыҡтар, юғалтыуҙар, һуғыш осоро балалары яҙмышы хаҡында һөйләне. Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ҙур юғалтыуҙар һәм ауырлыҡтар аша яулап алынғанын йәш быуын онотмаҫ һәм бөгөнгө бәхетле тормоштоң ҡәҙерен белер. Шуныһы ҡыуаныслы: балалар ололарға ярҙам итергә, уларға ҡарата ихтирамлы, ярҙамсыл булырға өйрәнеп үҫә.


#АйыҡауылСолтанбәк2021
#трезвоеселоСултанбеково2021
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы
#Всемирныйкурултайбашкир
#Атайҙармәктәбе

Еңеү ағастарын ултырттылар
Еңеү ағастарын ултырттылар
Еңеү ағастарын ултырттылар
Еңеү ағастарын ултырттылар
Еңеү ағастарын ултырттылар
Еңеү ағастарын ултырттылар
Еңеү ағастарын ултырттылар
Читайте нас: