Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
8 Май 2022, 16:55

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланды

"Балтас марафоны" ҙур ойошҡанлыҡ менән үтеп, иң етеҙҙәрҙе асыҡланы.

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланды
Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланды

Спорт сараһы «КАСАТКА» хәүефһеҙлек махсус программалары һәм махсус билдәләнештәге подразделениялар ветерандарын реабилитациялау үҙәге булышлығында уҙҙы.
Унда райондың төрлө ойошмалары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Барыһы ла еңеү сәме менән финишҡа беренсе булып етергә тырышты. Был сараның төп маҡсаты булып халыҡтың еңел атлетикаға, ғөмүмән, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныуы тора.

Район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев һәм яҡташыбыҙ «КАСАТКА» хәүефһеҙлек махсус программалары һәм махсус билдәләнештәге подразделениялар ветерандарын реабилитациялау үҙәге етәксеһе Валерий Александрович Сабанов ҡатнашыусылар алдында сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, уңыштар теләне. Еңеүселәр грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Гөлназ Ғәлләмова.

 

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланды
Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланды
Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланды
Читайте нас: