Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май — Еңеү көнө
7 Май 2022, 09:10

Йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙар

Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙарЙөрәктәргә үтеп инерлек йырҙар
Йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙар

Йылдар беҙҙе 45-тең Еңеү яҙынан алыҫлаштырһа ла, был йырҙар һаман яңғырай, йөрәктәргә үтеп инә, күңел ҡылдарын сиртә.
Балтастың йәш быуын вәкилдәре 1945 йылда илебеҙгә тыныслыҡ яулаған батырҙар рухына дан йырлап, "Еңеү вариҫтары" исеме аҫтында патриотик концерт ойошторҙо.

Ләлә Шәйбәкова, Алһыу Кашапова, Регина Минисламова, Эллария Хәсәнова, Ленара Закирова башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Үрнәкле "Гөрләүектәр" , "Нью Дэнс" бейеү коллективтары сығышы тағы ла байытып ебәрҙе.

Концертты алып барыусылар Азалия Суфиярова һәм Илмир Вәлиәхмәтов тамашасылар менән һуғыш йырҙарына арналған викторина үткәреп, залдағыларҙы йәнләндереп ебәрҙе.

Гөлназ Ғәлләмова.

Йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙар
Йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙар
Йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙар
Йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙар
Йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙар
Йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас