Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май — Еңеү көнө
7 Май 2022, 15:35

Ололарға ярҙам итеү – ҙур сауап һәм мәртәбә

Солтанбәк мәктәбенең йәш тимурсылары һәм ирекмәндәре тыл ветерандарын, һуғыш осоро балаларын Еңеү көнө менән ҡотлап, бәхетле бала саҡтары  өсөн рәхмәт белдерҙе һәм йорт-тирәләрен йыйыштырырға ярҙам итте.

Ололарға ярҙам итеү – ҙур сауап һәм мәртәбәОлоларға ярҙам итеү – ҙур сауап һәм мәртәбә
Ололарға ярҙам итеү – ҙур сауап һәм мәртәбә

 

Ололарға, тыл ветерандарына һәм һуғыш осоро балаларына  ярҙам итеү Солтанбәк мәктәбе уҡыусылары өсөн һәр ваҡыт иң ҙур сауап ҡына түгел, иң ҙур мәртәбә, маҡтаулы эш булып һанала. «Уңған бал ҡорттары» тимурсылар отряды, ирекмәндәр ҙә йыл әйләнәһенә ауылдың өлкән быуын кешеләренә ярҙам итеп тора.

Яҙ көнө бигерәк тышта эш күп саҡ. Шуны күҙ уңында тотоп,"Уңған бал ҡорттары" йәш тимурсылар отряды тыл ветераны Исламова Ғәлиә әбейгә ярҙамға килде. Улар тиҙ арала йорт алдын ҡороған үләндән таҙартты, тирә-йүндәге сүп-сарҙы йыйыштырҙы.

Үҙҙәре нәҡ бал ҡорттары кеүек, гөж килеп, мәж килеп эшләй! Ни арала утын да ташылды, һыу ҙа индерелде.
- Тыл хеҙмәтсәндәренең Бөйөк Еңеүгә һалған көстәре иҫ киткес! Беҙ быны беләбеҙ һәм бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ! Хәлдән килгәнсә һәр саҡ ололарға ярҙам итәбеҙ һәм итәсәкбеҙ! Башҡаларҙы ла шуға өндәйбеҙ, - ти йәш тимурсылар.

Өлкәнерәк класс уҡыусыларынан торған ирекмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышы осоро балалары Рәйсә апай менән Вәлинур ағай Суфияновтарға ярҙам ҡулы һуҙҙы. Улар йорт тирәһен сүптән таҙартты. Вәлинур ағай ғүмер буйы умартасылыҡ менән шөғөлләнде. Шуға егеттәр тәжрибәле умартасыға умарталар ремонтларға, кәртәләрҙе тәртипкә килтерергә ярҙам итте.

Солтанбәк мәктәбе уҡыусылары һәр көн атҡан таңды, тыныс иртәләрҙе, ҡояшлы көндәрҙе күрергә ярҙам иткән, беҙҙе бәхетле баласаҡлы иткән атай-олатайҙарыбыҙға, Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам иткән тыл ветерандарына рәхмәтле һәм был хәҡиҡәтте бер ҡасан да онотмай. Улар йыл әйләнәһенә оло йәштәгеләрҙең хәлен белеп, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп тора.

Наилә Имаева.

Ололарға ярҙам итеү – ҙур сауап һәм мәртәбә
Ололарға ярҙам итеү – ҙур сауап һәм мәртәбә
Ололарға ярҙам итеү – ҙур сауап һәм мәртәбә
Ололарға ярҙам итеү – ҙур сауап һәм мәртәбә
Ололарға ярҙам итеү – ҙур сауап һәм мәртәбә
Ололарға ярҙам итеү – ҙур сауап һәм мәртәбә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас