

Ошо уңайҙан уҙған митингыла район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Фәрит Хужин һәм район ветерандар советы рәйесе Фирдүс Саҙретдинов телмәр тотто.
Тыуған ил өсөн һуғышта һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң яуаплы мәл етте. Почетлы миссия — обелиск нигеҙенән һалдат каскаһына тупраҡ тултырыу Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Наил Фазлетдиновҡа һәм «Йәш армиясы» хәрәкәте ағзаһы Ильяс Әхмәтшинға йөкмәтелде (һүрәттә).
Тантаналы митинг Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәиф Мансуров башҡарыуында “Шайморатов генерал” йыры менән тамамланды.
Марафон сиктәрендә авто-мотоуҙыш та ойошторолдо.
Гөлназ Мирхәйҙәрова.