Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май — Еңеү көнө
7 Май 2022, 03:40

Батырҙар исеме мәңгеләштерелде

Балтас районы Бигелде ауыл халҡы сикһеҙ шатлыҡ кисерҙе.  

Батырҙар исеме мәңгеләштерелдеБатырҙар исеме мәңгеләштерелде
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде

 

«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” сиктәрендә hәм дә ауыл халҡы ярҙамы менән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған hәм еңеү менән ҡайтып вафат булғандар иҫтәлегенә обелиск асылды. Бигелде ауылынан һуғыш ҡырҙарына 143 яугир китә. Шулай уҡ яу ҡырҙарына бер ҡатын-ҡыҙ Ситдиҡова Шамгиә Ситдиҡ ҡыҙы алына.
Һуғыш ҡырҙарында 68 яугир вафат була.
Фронт ҡырҙарынан 75 яугир әйләнеп ҡайта.
Обелискты асыу тантанаһында ауылда йәшәүсе тыл ветерандары, һуғыш осоро балалары ғына түгел, ә бөгөнгө көндә күрше тирә ауылдарында йәшәүсе, башҡа сит ерҙәрҙән ҡунаҡҡа ҡайтҡан ауылдаштар ҙа ҡатнашты.
Килер быуындарға тыныс тормош өсөн ҡулдарына ҡорал тотоп дошманға ҡаршы күтәрелгән бигелделәрҙең яҡты иҫтәлегенә "Улар Тыуған иле өсөн һәләк булды " тигән баш аҫтында hәм "Улар еңеү менән ҡайтты" тигән исемлектәр аҫтында мәңгеләштерелде.
Еңеү менән ҡайтҡан яугирҙарҙың бөгөн арабыҙҙа береһе лә юҡ, әммә уларҙың иҫтәлеге халыҡ күңелендә.

Гөлназ Ғәлләмова.

Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас