Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
9 Май — Еңеү көнө
5 Май 2022, 12:35

"Ер хәтере" республика марафонына

Солтанай ауылы халҡы ла ихлас ҡушылды. #БашкортостанМарафонШаймуратова2022 #БашкортостанЗемляПамяти2022 #80летПеснеШаймуратовГенерал# #РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества #Аскинскийрайон

"Ер хәтере" республика марафонына
"Ер хәтере" республика марафонына

Республиканың күп район-ҡалаларында старт алған "Ер хәтере" республика марафонына Солтанай ауылы халҡы ла ихлас ҡушылды.  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск эргәһендә үткән  илһөйәрлек сараһында мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты. Сараға килеүселәрҙе  Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев  сәләмләне һәм үткән байрамдар менән ҡотлап, донъяла, илдә, ғаиләләребеҙҙә именлек, тыныслыҡ булһын, балалар һуғыш күрмәһен тигән изге теләктәрен еткерҙе. Флүр Фәнүз улы йәш быуынға әлеге марафондың әһәмиәтен һәм маҡсатын аңлатты.

Артабан сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға венок һалды, һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Шайморатов генерал һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ тупраҡты алғандан һуң бергәләп “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙылар.

Илһөйәр Махатова.

"Ер хәтере" республика марафонына
"Ер хәтере" республика марафонына
"Ер хәтере" республика марафонына
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас