

Башҡортостанда Рәсәй Геройы – Миңлеғәле Шайморатов генералдың һәйкәленә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ һалыуға бағышланған “Ер хәтере” республика марафоны дауам итә. Бөгөн «Айыҡ ауыл -2021” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында ла ошо уңайҙан илһөйәрлек менән һуғарылған тантаналы сара үтте. Унда Афған һуғышы ветераны Рәзиф Вәлимйән улы Садыҡов, ауыл Советы, урындағы мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре коллективтары, «Йәш армиясы»лар хәрәкәте ағзалары, уҡыусылар, ағинәйҙәр, ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты.
- Солтанбәктә элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү ир-егеттәр өсөн изге ғәмәл булды. Бөйөк Ватан һуғышына Солтанбәк ауылынан 127 ир-егет китә, шуларҙың 86-һы яу яландарында ятып ҡала, тик 41-е генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә беҙҙең арала юҡ. Афған һуғышы ветерандары Рәзиф Садыҡов, Илһам Суфиянов, Ғаяз Имамов һәм Чечня ерендә хәрби бурыстарын үтәүсе ир-егеттәр йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҡатнаша. Бөгөнгө көндә дүрт егет хәрби хеҙмәтте намыҫлы үтәй, – тип тантаналы митингта сығыш яһаны ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов һәм бөгөнгө сараның әһәмиәтен һәм маҡсатын аңлатты йәш быуынға.
Артабан «Йәш армиясы»лар тантаналы шарттарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалды. Һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.
Тулҡынландырғыс минуттар етте... Шайморатов генерал һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ тупраҡты Афған һуғышы ветераны Рәзиф Вәлимйән улы менән ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы махсус тегелгән ҡумтаға һалды. Артабан сарала ҡатнашыусылар бергәләп ҙур дәрт һәм ғорурлыҡ хистәре менән “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы.
Наилә Имаева.