Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май — Еңеү көнө
4 Май 2022, 13:15

Байрамдар гөрләп үтте

Ҡариҙел районы халҡы оҙайлы май байрамдарын ҡәнәғәтлек менән ҡаршы алды. Иң күп эштәр баҡсаларҙа, әлбиттә. Ә бына мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыттағыса үҙҙәренең эш урынында. Ҡайҙа, нимә үткәргәндәр, байҡау яһап алайыҡ.

Байрамдар гөрләп үттеБайрамдар гөрләп үтте
Байрамдар гөрләп үтте

 


Ҡариҙел. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ауылдаштарына Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына арналған “Был донъя ниндәй матур!” тип аталған сағыу тамаша тәҡдим итте. Бында шөғөлләнеп килгән бар ижади коллективтар, солистар йыр-моңдары, бейеүҙәре менән тағы ла яҡташтарын ҡыуандырҙы.
Өрөш-Битулы. Ауылы халҡы “Ҡарға бутҡаһы” байрамын үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар бергәләшеп халыҡ йырҙарын башҡарҙы, нәфис һүҙ оҫталары хисле шиғырҙарын һөйләне, ололар изге теләктәрен еткерҙе. Бутҡа бешеп сығыуға, самауыр ҙа ҡайнап сыҡты. Мул һыйлы табындан ауыҙ итеп, күңелдәрен күрҙеләр. Балалар оло апайҙар ҡушыуы буйынса, бутҡаны ҡоштарға һалып сығып, йола башҡарҙы. Йомортҡа тәгәрәтеп уйнап алдылар. Ерҙә тыныслыҡ булһын, игендәр, үләндәр мул булып үҫһен, ваҡытында шифалы ямғырҙар яуып торһон, тип теләне ауыл ағинәйҙәре.
Абуталип. Ауыл клубында ойошторолған байрам концерты “Тыныслыҡ. Хеҙмәт. Май” исеме аҫтында үтте. Һәүәҫкәр артистар ауылдаштарын күңелле йырҙары, көлкөлө сығыштары менән ҡыуандырҙы. Методист Яҡупов Фәһим Мөхәмәтхан улы белдереүенсә, концерт программаһын улар Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡҡан яҡташтарға ла бағышланы. “Улар беҙҙе күрмәһәләр ҙә, беҙ һәр ваҡыт улар менән”, - тине Фәһим Мөхәмәтхан улы.
Әйткәндәй, ауыл клубтары дәррәү булып “Рәсәй өсөн!” (Zа Россию!) музыкаль-патриотик марафонға ҡушылды һәм барлыҡ торлаҡ пункттарҙа ошондай исем аҫтында матур саралар үтте. Байҡыбаш, Байҡы-Юныс, Әтнәш, Иҫке Аҡбүләк, Магинск, Абыҙ, Подлуб, Әртәкүл, Яҡуп, Яңы Бәрҙәш һәм башҡа мәҙәни усаҡтар коллективтары концерт программаларын рухлы, юғары илһөйәрлек менән ойошторҙо.

Гөлнара Солтанова.

Байрамдар гөрләп үтте
Байрамдар гөрләп үтте
Байрамдар гөрләп үтте
Байрамдар гөрләп үтте
Байрамдар гөрләп үтте
Байрамдар гөрләп үтте
Байрамдар гөрләп үтте
Байрамдар гөрләп үтте
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас