

Иҫке Ҡаҙансы ауылының «Еңеү» паркында республика марафоны сиктәрендә бөгөн иҫтәлекле сара уҙҙы. Бында бөйөк батырыбыҙ Шаймортов һәйкәленә ғәзиз тупраҡ алыу тантанаһы үтте. Сараны ауыл китапханасыһы Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова әҙерләп алып барҙы.
«Һалдат каскаһына Иҫке Ҡаҙансы еренең ҡара тупрағын тултырыу тантанаһына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир ауылдаштарыбыҙҙың балалары,ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, ауыл Советы, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл Советы депутаттары, ауыл ағинәйҙәре, мәғариф хеҙмәте ветераны Ансар ағай Солтанов, уҡытыусылар һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Улар яугир атай-олатайҙарының портреттарын тотоп килгәйне сараға.
Ауыл биләмәһе башлығы Илдар Фәрит улы Денисламов барыһын да сәләмләп, "Ер хәтере" республика акцияһының тарихи һәм тәрбиәүи әһәмиәтен билдәләп, был сараның тыуған илен һаҡлап ҡорбан булған батырҙар рухына арналыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан сығыш яһаусылар ҙа бөгөнгө сараның ҙур тәрбиәүи ролен билдәләне. "Бөйөк Ватан һуғышы - илебеҙ тарихындағы мөһим биттәрҙең, шул уҡ ваҡытта совет халҡы өсөн иң ауыр һынауҙарҙың береһе. Легендар командир Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә яуҙа беҙҙең ауылдаштарыбыҙ Сабирйән Шабан улы Шабанов, Ғабдрахман Хәйҙәрша улы Хәйҙәршин, Мөхлисулла Зөбәйер улы Зөбәйеров, Ҡәлфәт Фәйзерахман улы Фәйзерахманов, Ғабделғаян Зекриә улы Зарипов, Яңы Ҡара ауылынан Ғәлинур Әхмәтғәли улы Әхмәтов, Иҫке Мутабаштан Сафиулла Зиннәт улы Зиннәтов та алышҡан. Рәсәй Геройына Өфө ҡалаһында ҡуйыласаҡ һәйкәл - республика өсөн мөһим ваҡиға. Бөгөнгө тарихи ваҡиғала ҡатнашыуыбыҙ оло мәртәбә", - тине яугир шайморатовсыларҙың балалары һәм яҡындары Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова, Илзидә Рим ҡыҙы Ғәфиева, Фәнзилә апай Сабирова.
Батырҙар аллеяһынан шайморатовсыларҙың ейәндәре һәм бүләләре ғорурлыҡ менән һалдат каскаһына ҡара тупраҡ тултырҙы. Бөгөнгө тыныс тормош өсөн яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, бергәләп «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙыҡ», - тип хәбәр итте гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, ауыл китапханасыһы Гөлфинә апай Исламова.
Наилә Имаева.